Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Август 2019, 10:10

Тештәрҙе... автобуста дауалайҙар

Темәс ауылында махсус йыһазландырылған автобуста күсмә стоматология модуле эшләне. Күсмә станция стационар кабинеттарҙан бер яғы менән дә айырылмай. Бында теште дауалау өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, заманса ҡоролмалар ҡуйылған. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Уҙған аҙнала районыбыҙға республика стоматология поликлиникаһының баш табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш стоматологы Рөстәм Дөмәйев килде. Рөстәм Мөхәмәтйән улы районда стомотологик хеҙмәтләндереү торошо менән танышты һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә кәңәшмә үткәрҙе. Сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһын иғтибарлы тыңлап, үҙенең кәңәштәрен дә бирҙе.

Шул уҡ көндө Темәс ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы махсус йыһазландырылған автобуста күсмә стоматология модуле эшләне. Күсмә станция стационар кабинеттарҙан бер яғы менән дә айырылмай. Бында теште дауалау өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Хатта рентген кабинеты ла бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған графикка ярашлы республика стоматология поликлиникаһы табиптары, атап әйткәндә стоматолог-терапевт, стоматолог-хирург һәм балалар стоматологы бушлай ҡабул итте. 29 июлдән барған был күсмә модуль бөгөн тамамлана.


Читайте нас: