Профикатика сараһын ҡулланып буламы? Нисек яман шештән һаҡланып, һаулығыңды нығытырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Иң яҡшы табип – 2018” конкурсы лауреаты, табип-онколог, хирург, паллиатив ярҙам табибы Гөлнур Ниғманова халыҡ ижады үҙәгендә үткән асыҡ лекцияла яуап бирергә тырышты. Халыҡ күпләп йыйылған был сараны “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Сәләмәтлек мәктәбе” проектына ярашлы Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ойошторҙо. “Нисек яман шештән һаҡланып, һаулығыңды нығытырға?” тип аталды ул. Сарала шулай уҡ район хакимиәтенең эштәр идарасыһы И.Байымов, район-ҡала дауаханаһы баш табибы Ә.Адиятова һ.б. ҡатнашты.
Гөлнур Хәмзә ҡыҙы кеше һаулығын дүрт фактор менән билдәләне: нәҫелдән килгән ауырыуҙар, медицинаға, йәшәү торошона һәм экологияға бәйле проблемалар. Тәүгеләре менән көрәшеү еңелерәк булһа, ә бына һуңғы хәүеф тыуҙыра. Үкенескә күрә, экология артыҡ шатландырмай.
-- Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Флюорография, УЗИ, ЭКГ, анализдар тапшырыу – был процедураларҙы ураған һайын үтеп тороу мөһим. Кемдер: “Мин бит ауырымайым”, -- тиер. Ауырый башлағас, һуң булыуы ихтимал, -- тип Гөлнур Ниғманова һүҙен башланы.
Лекция барышында Гөлнур Хәмзә ҡыҙы яман шештең төрлө-төрлө булыуы тураһында һөйләне. Хатта ябай ғына миңдең дә ҡояшта йә солярийҙа ҡыҙынғандан һуң зәһәрле ауырыуға әйләнеүе ихтимал. “Бер егет эсендә йыш ҡына газ барлыҡҡа килеүенә зарланды. Башҡа бер ерем дә ауыртмай, тип өҫтәне. Һөҙөмтәлә эстә барлыҡҡа килгән шештән эсәге тишелгән булып сыҡты. Ауыҙ (теш) ҡыуышлыҡтарына, эренләп торған ваҡ ҡына шештәргә, күгәргән, ҡыҙарған урындарға иғтибарлы булыр кәрәк”, -- тип дауам итте.
Дөрөҫ туҡланыу, әүҙем тормош алып барыу, профилактик сараларҙы ҡулланыу – бына нимә һаулыҡты ла һаҡлай, яман шештән дә ҡурсалай. “Иң ғәжәпләнергәне – ул кешеләге вайымһыҙлыҡ. Ул үҙенең һәм яҡындарының һаулығына битараф ҡала. Хәлдән тайып, түҙер әмәле ҡалмағас ҡына табипҡа йүгерә. Яҡын кешегеҙ ҡапыл ябыҡһа, хәлһеҙлеккә һәм аппетиты юғалыуға, ҡатын-ҡыҙҙар – һөт биҙҙәрендә ҡаты төйөрҙәр, ир-аттар – бәүелендә ҡан ҡатнашмаһы күренеүгә зарланһа, быны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Йыуан эсәк яман шеше үҙен һуңғы стадияға тиклем белдермәй. Йәшерен ҡанға анализ ғына уны асыҡларға ярҙам итә...” -- тип һөйләне.
Бына шулай, Гөлнур Хәмзә ҡыҙы әллә ниндәй терминдар ҡулланмай ғына, аңлайышлы тел менән мауыҡтырғыс итеп иң зәһәр ауырыуҙарҙың береһе булған яман шеш тураһында һөйләп бирҙе.
Ошондай уҡ фәһемле лекциялар башҡа төбәктәрҙә лә булыуы көтөлә.