Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Июнь 2019, 19:04

“КардиоКвадра” – Баймаҡта

Йөрәк табиптары “Талҡаҫ” шифаханаһына йыйылды

Районыбыҙҙа VI төбәк-ара “КардиоКвадра” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Мөһим сарала Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренең билдәле табиптары ҡатнашты. Конференцияны БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостандың кардиология үҙәге ойошторҙо.

Сарала табиптар алдында билдәле медицина профессорҙары, ғалимдар, тәжрибәле кардиологтар сығыш яһаны. Аҡ халатлылар ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, кардиология хеҙмәтен үҫтереү перспективаларын һәм йөрәк ауырыуҙарын, шул иҫәптән оло кешеләрҙә йөрәк алды фибрилляцияһын һәм онкопатология менән ауырыуҙарҙа артериаль гипертонияны заманса дауалау алымдарын өйрәнде. Төрлө төбәктән килгән белгестәр үҙҙәренең был йүнәлештәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Күрше республика, өлкә табиптары йөрәк ауырыуҙарын нисек дауалауҙары, бындай сирҙәрҙе профилактикалау, теркәүҙә торған кешеләр менән нисек эшләүҙәре, тәүге ярҙам күрһәтеү ниндәй кимәлдә ойошторолоуы тураһында һөйләне.
Республикабыҙ белгестәре һуңғы биш йыл эсендә ҡан әйләнеше ауырыуҙарының 21 процентҡа кәмеүе хаҡында билдәләп үтте. Был, әлбиттә, яҡшы күрһәткес. Табиптар фекеренсә, ыңғай үҙгәрештәргә сирҙе профилактикалау йүнәлешенең үҫешеүе, юғары медицина технологиялары менән эш итеү, иртә медицина реабилитациялауына мөрәжәғәт итеү булышлыҡ иткән. Шул уҡ ваҡытта республикала, тотош Рәсәй буйынса ла, кешеләр йышыраҡ йөрәк, ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан мәрхүм була. Шуға күрә Башҡортостан кардиологтары халыҡтың һаулығын һаҡлау өсөн был сирҙәрҙе профилактикалау мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирә. Һөҙөмтәлә, республикала “Ашығыс кардиолог”, “Кардиолог менән саф һауала йөрөү”, “Һаулыҡ көнө”, “Беренсе класс уҡыусыһына – кардиолог”, “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың модуль программаһы” тип аталған проекттар уңышлы итеп тормошҡа ашырыла.
Сара халыҡҡа кардиологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу һәм кардиолог табиптары, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, терапевтары, дөйөм практика табиптарының квалификацияһын күтәреү маҡсатында уҙғарылды. Ошондай мәртәбәле һәм мөһим конференцияның районыбыҙҙа үткәрелеүе халыҡтың һаулыҡ һаҡлау сифатын күтәрер, йөрәк ауырыуҙарын алдан билдәләү һәм профилактикалауға ҙур иғтибар бирелер, тип ышанабыҙ.
Гүзәл САЛИХОВА.
З. Ғәҙелшина фотоһы.

Читайте нас: