Энә менән дауалау, массажға ҡушып МРТ, компьютер томографияһы кеүек заманса технологиялар ҡулланыу уйламаған ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Альберт Буранғолов һәм Артур Хәсәнов халыҡты нәҡ шулар менән дауалай. Юғары категориялы врач, остеопат, андролог, рефлекс терапевты, мануалист А.Р. Буранғолов менән уларҙың дауалау алымдары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Альберт Руслан улы, һеҙ табип кеше һәм традицион булмаған медицина. Ни өсөн ошо юлды һайланығыҙ?
– Мәскәү медицина университетын тамамлағандан һуң ун йылдан ашыу Свердловск өлкәһендә табип булып эшләнем. Артабан Өфө клиникаларында хеҙмәт иттем. Ошо арауыҡ ваҡыт эсендә традицион медицина тик ауырыуҙың симптомдарын ғына ала, тигән фекергә килдем.
– Һеҙҙең дауалау нимәһе менән айырыла һуң?
– Беҙ Артур менән һәр кешенең организмы үҙе айырым, камил система булыуына инанғанбыҙ. Мәҫәлән, бармаҡ ҡырҡылһа, ул ике-өс көндән үҙенән-үҙе йүнәлә. Бәләкәс кенә яра эҙе генә тороп ҡалыуы ихтимал. Ҡул һынһа ла, оҙағыраҡ ваҡыт үтһә лә, ул да йүнәлә. Беҙ ауырыуҙың билдәләрен түгел, ә сирҙең үҙен дауалайбыҙ. Эшебеҙ йыһан медицинаһына нигеҙ һалыусы, билдәле ғалим, организмдың үҙен-үҙе йүнәлтә алыу серҙәрен асҡан Иван Неумывайкиндың алымдарын ҡулланабыҙ. Космонавт йыһанда саҡта ауырып китһә, унда бит “Ашығыс ярҙам” саҡыртып булмай. Тимәк, бында бөтөнләй икенсе дауалау ысулы кәрәк. Мәҫәлән, уның хәлен тәндең биологик яҡтан әүҙем булған урындарына массаж, энә ҡаҙау менән тәьҫир итеп яҡшыртып була.
– Һеҙ дауалауҙы нисек башлайһығыҙ?
– Әлбиттә, беҙ тәүҙә кешенең хәл-торошон, һаулыҡ кимәлен билдәләйбеҙ. Ошо рәүешле диагноз ҡуйыла. Артабан тулҡынлы магнит, вакуум терапияһы менән дауалай башлайбыҙ. Биотоктар, көмөш энә ҡаҙау, массаж, лазер, турмалин, нефрит - барыһы ла эшкә ҡушыла. Умыртҡа һөйәген тәртипкә килтерәбеҙ, һуҙабыҙ, урынына ултыртабыҙ.
– Һеҙ ниндәй ауырыуҙарҙы дауалайһығыҙ?
– Барыһын да тип әйтергә була. Биорезонанс диагностикаһы организмда булған вирустарҙы, паразиттарҙы, йыйылған ауыр металды, витаминдар, минералдар дефицитын күрһәтә. Беҙҙең алымды икенсе төрлө итегратив медицина тип атап була. Был медициналағы яңы йүнәлеш, уны сит илдәрҙә киң ҡулланалар. Интеграция – академия, традицион һәм халыҡ медициналарын берләштереп дауалау ул. Был алымды ҡулланыу һәр кешегә айырым ҡарашты, һәр кемде тик үҙенә генә килешкән ысул менән дауалауҙы аңлата. Тире, ҡолаҡ, күҙ, урология, онкология, остеохондроз һ.б. сирҙәрҙе билдәләйбеҙ һәм дауалайбыҙ.
– Ауырыуҙарҙың төп сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Дөрөҫ тормош рәүеше алып бармау, дөрөҫ туҡланмау. Һыуҙы аҙ эсәбеҙ һәм бик аҙ хәрәкәт итәбеҙ. Һөҙөмтәлә организмда паразиттар күбәйә, эске органдарҙы шлак баҫа. Бынан һуң, әлбиттә, сирҙәр үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй.
– Кеше һауыҡҡас та дөрөҫ йәшәү рәүешен алып барырға тейештер бит?
– Әлбиттә. Бының бер ауырлығы ла юҡ. Беҙҙең алымдар менән ҡыҙыҡһынған, дауаланырға теләгән кешеләр һәр саҡ 8 927 236 37 18, 8 937 355 52 03 телефондары аша мөрәжәғәт итә ала.
– Тағы бер һорау: һеҙ эскелектән яфаланған, тәмәке тартыуын ташлай алмаған кешеләргә лә ярҙам итә, тиҙәр. Был ысынлап та шулаймы?
– Эйе, ярҙам итәбеҙ. Алкоголизмды насар ғәҙәт итеп түгел, ә ауырыу итеп ҡарарға кәрәк. Һәм, әлбиттә, уны дауаларға кәрәк. Тәмәке тартҡан кеше лә үҙенә зыян килтереүен аңлай, тик ташларға ихтыяр көсө етмәй. Бындай кешеләргә беҙ ярҙам итергә һәр саҡ әҙербеҙ.
– Альберт Руслан улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һаулыҡ һағында булған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.