Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Апрель 2019, 18:14

“Үлемдән ҡотҡарған кешеләремде күреп ҡыуанам...”

#национальныепроекты; #нацпроекты; Хирург булып эшләү дәүерендә егерме меңдән ашыу операция эшләп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған табипҡа әйтеп бөтөлмәгән йәки йөрәктә генә йөрөткән һүҙҙәр һанһыҙҙыр. Беҙҙең дә ғаиләбеҙ улыбыҙға операция яһап ҡотҡарғаны өсөн уға ғүмерлек рәхмәтле.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, хирург Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы Ғүмәров хаҡында бер кәлимә һүҙ яҙыу теләге күптән күңелемдә йөрөй ине. Әле уның матур юбилейы ла яҡынлашҡас ихлас йөрәктән ҡотлау теләге тыуҙы һәм, әлбиттә, уның үҙенең уй-фекерҙәрен белге, тормош ҡағиҙәләрен күҙәтке килде. Хирург булып эшләү дәүерендә егерме меңдән ашыу операция эшләп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған табипҡа әйтеп бөтөлмәгән йәки йөрәктә генә йөрөткән һүҙҙәр һанһыҙҙыр. Беҙҙең дә ғаиләбеҙ улыбыҙға операция яһап ҡотҡарғаны өсөн уға ғүмерлек рәхмәтле.


– Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы, хирург булыу өсөн ҡыйыулыҡ, ҡурҡмаҫ йөрәк кәрәк. Һеҙҙә, ябай ауыл балаһында, табип булыу теләге ҡайҙан килгән икән?


– Атайымды халыҡ табибы тип әйтһәң дә булалыр, кешеләрҙе дауалай торғайны. Нәҫелдән киләлер, тип уйлайым. Данлыҡлы Алдар батырҙың походтарында батырҙың янында сармат тоҡомонан табип булған, ул табип беҙҙең нәҫелебеҙҙең башында торған алыҫ ҡартатайыбыҙ. Һөнәр һайлағанда миндә икеләнеү тойғоһо бөтөнләй булманы – бала саҡтан кем булырымды белә инем. Ябай ауыл балаһы тигән һүҙегеҙ менән килешмәй булмай. Ысынлап та, Байым ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫкән балаға башлыса хәлле генә кешеләрҙең балалары уҡыған медицина институтына инеү еңел генә булманы. Башланғыс класты ауылда тамамлағас, Ниғәмәт ауылына йөрөп уҡыным, урта мәктәпте унда тамамланым. Хәҙерге һымаҡ балаларҙы алып йөрөгән матур автобустар юҡ. Күберәген йәйәү, ҡышын саңғы менән, ҙурайыңҡырағас велосипед (атайым иң беренселәрҙән булып миңә алып бирҙе – әй маһайып йөрөүҙәр!) беҙҙе сыныҡтырҙы. Институтта уҡығанда гимнастика буйынса СССР-ҙың спорт мастерына кандидат тигән нормативты үтәнем. Институттың йыйылма командаһы составында бик күп ярыштарҙа ҡатнаштым.


– Иң теләгән уҡыу йортона индегеҙ...


– Эйе, уҡырға инеүе иң еңеле булған икән, ә уҡыуы! Миңә, ауылдан әллә ни аҡсалата ярҙамға өмөт итмәгән кешегә (атайым да, әсәйем дә пенсияла), бары үҙ көсөмә ышанырға тура килде. Стипендия алыу өсөн көнө-төнө уҡырға, дәрес ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Яҡшы уҡыным, ләкин бер тапҡыр ғына латин теленән “өслө” алдым. Һуңынан латин телен яҡшылап өйрәндем.


– Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш табиптар ауылға ҡайтырға ашығып тормай хәҙер, уның сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?


– Үҙемдең тәүге аҙымдарымды иҫкә төшөргәндә шуны аныҡ әйтә алам: интернатураны тамамлап, районға ҡайтҡанда әҙерлекле белгес, үҙ аллы операциялар яһарлыҡ балалар хирургы инем. Былар барыһы ла остаздарымдың мине нисек эшкә өйрәтеүҙәренән тип уйлайым. Республиканың балалар клиник дауаханаһының балалар хирургияһы буйынса интернатура тамамланым, шунда миңә бик күп операциялар яһарға, ауыр хәлдәге балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға тура килде. Былар бөтәһе лә минең хөрмәтле уҡытыусыларым күҙәтеүе һәм ярҙамы менән эшләнде. Мин уларға ғүмерлек рәхмәтлемен. Ә хәҙер йәштәрҙе элеккесә эшкә өйрәтеү системаһы юҡҡа сыҡты. Яңы ғына уҡыуҙы тамамлаған йәш кеше яңғыҙ ҡала, ә медицинала асыҡ һорауҙар бик күп. Йәш белгестәр һәр саҡ тәжрибәле остаздарҙың терәгенә мохтаж.


– Һеҙҙе Баймаҡта оҫта хирург тип беләләр, тәүге аҙымдарығыҙ ҡайҙа һәм нисек башланды?


– Балалар хирургы булып районға ҡайттым. Ул ваҡытта районда балалар һаны ла, уларҙың үлеү осраҡтары ла күп ине. Хирургия бүлеге мөдире Фәрит Әхмәт улы Яхин миңә балаларҙың хирургияһын айырым бүлек итеп ышанып тапшырҙы. Бик талантлы оҫта хирургтар менән бергә эшләү бәхете тейҙе миңә. Бик татыу бер ғаилә булып эшләгән хеҙмәттәштәремде һәр саҡ һағынып иҫкә алам. Балалар хирургы булһам да, өлкәндәргә лә операциялар яһарға тура килде. Ул ваҡытта балалар өсөн махсус медицина инструменттары етешмәгәс, машзаводҡа заказ бирә торғайным.


– Камиллыҡҡа ынтылыу тигәндә һеҙ, моғайын, белемде арттырыуҙы күҙ уңында тотаһығыҙҙыр?


– Эйе, ошо теләк аспирантураға уҡырға инеүемә булышлыҡ итте. 1998-2003 йылдарҙа ситтән тороп аспирантурала белем алып, диссертация яҡланым. Ғилми эшем өсөн “медицина фәндәре кандидаты” тигән исемгә лайыҡ булдым. Белемде камиллаштырыу теләге минең тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Әле лә өҫтәлемдә медицина буйынса китаптар ята. Үҙемдең ғилми остазым, яҡташыбыҙ Айытбай Әхмәт улы Ғүмәровҡа һәр саҡ бурыслымын, миңә кәңәшсе лә, ярҙамсы ла булды. Тағы ла бер рәхмәт әйтә торған ҙур шәхес бар – ул Ғиззәт Хәсән улы Зөлҡәрнәев.


– Хирургия бүлегендә оҙаҡ йылдар мөдир булдығыҙ, һеҙ ниндәй етәксе инегеҙ?


– Егерме ике йыл район дауаханаһының хирургия бүлеген етәкләнем. Беҙҙең бүлек һәр саҡ юғары күрһәткестәргә лайыҡ була торғайны. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған барлыҡ коллегаларымды – хирургтарҙы, медсестраларҙы, санитаркаларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алам. Миңә 1997 йылда эш күрһәткестәре буйынса “Башҡортостандың атҡаҙанған врачы”, 2012 йылда “Рәсәйҙең атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде, бында бергә эшләгән хеҙмәттәштәремдең дә өлөшө бар. Етәксенең төп һыҙаты – коллективта эшлекле һәм кешелекле мөнәсәбәттәр урынлаштырыу, тип уйлайым.


– Һөнәрегеҙҙең күңелле яҡтары тураһында ла әйтегеҙ әле?


– Эштән ҡәнәғәтләнеү кисереү, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу. Табип һәр ваҡыт ауырыуҙы уйлап эшләй. Ауырыуҙың һиңә ышаныуы бик мөһим. Ә уның өсөн бик тырышып, ентекләп эшләргә кәрәк. Киноларҙа күрһәткән мөғжизәләр әкиәттәрҙә генә була. Урамға сығып үҙем ҡасандыр үлемдән ҡотҡарған кешеләрҙең һау-сәләмәт донъя көткәндәрен күрһәм, үҙемде бәхетле тоям.


– Йәштәр остаздарға мохтаж тигәйнегеҙ, үҙегеҙ был йәһәттән нимәләр эшләнегеҙ?


– Хирургия бүлегендә ике йыллыҡ интернатура асыуға ирештем. Йәштәргә һәр саҡ үҙемдең белгәндәремде өйрәтергә тырыштым. Эшкә килгән һәр бер белгес беҙҙә тәжрибәле коллегаларының иғтибарын тойоп эшләне. Беҙҙә интернатураны тамамлаған Морат Ғәлин, Азат Ғүмәров республикала юғары кимәлдәге хирургтар. Мин улар менән ғорурланам. Ҡасандыр үҙем етәкләгән хирургия бүлеген үҙемдең уҡыусым Айбулат Тимербулат улы етәкләй. Ул да, ҡатмарлы операциялар яһай, атаһы Тимербулат Фәхри улының юлын дауам итә. Улым Азат – Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында ҡан тамырҙары бүлегендә билдәле хирург – ҡатмарлы операциялар яһай. Ҡыҙыбыҙ Гүзәл дә табип, республиканың кардиология бүлегендә эшләй. Һеңлем вафат булғас уның улы Айҙарҙы тәрбиәгә алдыҡ, ул да хирургияны үҙ итте, үҙебеҙҙең район дауаханаһында эшләй. Азаттың улы Әғзәм дә медицинаны һайланы, әлегә студент. Атайымдың рухы алдында намыҫым таҙа – уның теләген үтәп кешеләргә ярҙам иттем һәм хәҙер ҙә был миһырбанлы эште үҙем, балаларым һәм уҡыусыларым дауам итә.


– Һуңғы йылдарҙа һеҙ район дауаханаһын етәкләнегеҙ, тормошоғоҙҙың был йылдарын нисек баһалайһығыҙ?


– Ул саҡта оҙаҡ уйланып торорға ваҡыт булманы. Республиканың медицина хеҙмәткәрҙәренең ҙур йыйынына әҙерлек көндәре ине. Ҡала дауаханаһында ҙур реконструкция бара, төҙөлөш эштәре, дауаханаға кәрәкле йыһаздар, ҡоролмалар алыу һ.б. Республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың ярҙамы һанап бөткөһөҙ булды. Баймаҡ дауаханаһы өр-яңы төҫ алды, ауырыуҙарға сифатлы медицина хеҙмәте булдырыу мөмкинлеге артты. Баш табип булып эшләй башлағас, өйрәнгән тормош ритмы бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа үҙгәрҙе. Ғүмеремдең ун йылын ошо яуаплы эшкә бағышланым, шулай ҙа хирургиянан айырылманым. Иҫкә төшөрһәң, күңелде ҡырған, эсте бошорған ҡыйын саҡтар ҙа күп булды. Был – эш урындарын ҡыҫҡартыуҙар, дарыуҙар алыуға аҡса етмәү, табиптарҙың түбән эш хаҡы. Медицина ҡоролмаларын һатып алыуға, ремонт эштәренә аҡса етмәүе үҙәккә үтә торғайны. Табиптарҙан бөгөн ҙур тәүәккәллек талап ителә. Уларҙың өҫтөнә һалынған яуаплылыҡ менән уларҙың эш хаҡы тәңгәл тура ла килмәй.


Бөгөнгө мөмкинлектән файҙаланып үҙем менән бергә эшләгән урынбаҫарҙарым – Шәүҡәт Әбдрәхимов (йәне йәннәттә булһын), Илдар Хәсәнов, Гүзәл Хәсәнова, Таһир Рәхимов, өлкән медсестра Фирҙәүес Әлмөхәмәтоваға рәхмәтемде еткерәм. Үҙ эшенең оҫталары булып бөтә ғүмерҙәрен кешеләрҙе дауалауға бағышлаған коллегаларымды тәрән ихтирам менән һанап киткем килә: Гөлнур Латыпова, Ленира Хисмәтуллина, Дарвин Зияев, Альбина Антонова, Ғәфүр Сәғитдинов, Асия Ҡоланбаева, Аҫылбикә Ишкинина, Зәйтүнә Яхина, Фирғәт Хисмәтуллин, Булат Ғәлин, Тимербулат Иманов һ.б.


– Ауыртыуға түҙеп йөрөргә ярамай, тиҙәр. Миңлеғәле ағай, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ күптәргә файҙалы булыр, моғайын.


– Эйе, барлыҡ ауырыуҙарҙың да алдан белдерә торған билдәләре бар, кеше үҙендәге үҙгәреште тоя белергә тейеш. Әйтәйек, инсульт булыр алдынан баш әйләнә, көтмәгәндә баш ныҡ итеп ауырта башлай. Хирургия менән бәйләнешле сирҙәрҙең иң тәүге билдәләре ауыртыныу, температураның әҙ генә күтәрелеүе, хәл бөтөү. Күптәр быға иғтибар итмәй, үткәреп ебәрә. Беренсе билдәләрҙән һуң организм яйлап күнегә һәм күп осраҡта ауыртыныу юғалып тора, “мнимое благополучие” тиҙәр быны. Ҡул күтәрелмәй башлауы, ауыртмай ғына йөрөгән бәләкәй генә шеш тә, эсәктән ҡан килеүе кешене һиҫкәндерергә тейеш.


– Ни өсөн ҡатмарлы операция яһатыр өсөн сит илдәргә китәләр?


– Беҙҙәге хирургтарҙың белеме етмәгәнлектән түгел, быныһына иманым камил. Бик күп беҙҙең алдынғы табиптарҙың тәжрибәһен сит илдә файҙаланалар. Беҙҙә заманса технология, медицина ҡорамалдары етмәй. Миҫал өсөн: Баймаҡ дауаханаһына бер нисә йыл элек компьютер томографияһы үткәреү ҡорамалы алдыҡ, ул беҙҙең яҡташыбыҙ Илшат Тажетдиновтың ярҙамы менән алынды. Урал аръяғында был аппарат беҙҙә генә бар, шуға ла тирә-яҡ райондарҙан да Баймаҡҡа килергә тырышалар. Ауырыуҙарға диагноз ҡуйыуҙы еңеләйткән бындай ҡорамалдар етешмәй, шуға ла сират барлыҡҡа килә, аппарат тиҙ боҙола.


– Һеҙ совет осоронда ла, хәҙерге ваҡытта ла эшләгән табип. Ниндәй айырмалыҡтар күрәһегеҙ?


– Элек табиптар ауырыуҙы дауалаған өсөн эш хаҡы ала торғайны, ә хәҙер төп күрһәткес – ҡағыҙ яҙыу. Шул ҡәҙәр яҙыу, отчет күбәйҙе, хәҙер, һин нисек ауырыуҙы дауалайһың, тип һорамайҙар, күпме яҙаһың, шул яҙыуға ҡарап эш хаҡы түләнә. Был табиптар өсөн иң ҡыйыны. Хәҙерге ваҡыттың яҡшы яҡтары ла бар: ул кешеләргә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге күбәйеүе.


– Яҡташыбыҙ А.Игебаевтың бер ҡыҙыҡлы фекере иҫкә төштө: ул, һандуғастар, шағирҙар, табиптар пенсияға сығырға тейеш түгел, тигәйне. Һеҙ нишләп ҡапыл ғына хаҡлы ялға китеп барҙығыҙ? Хәҙер нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?


– Йылдар табиптарға тәжрибә һәм оҫталыҡ ҡына өҫтәй. Ләкин донъяла мәңге туҡталмай торған ваҡыт тигән төшөнсә бар. Һәр кем пенсия ваҡытын уйлап, етәксе кеше эштәрен дауам итерҙәй белгестәрҙе әҙерләп йөрөй башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡан һәр кеше йылы һүҙгә, аңлауға лайыҡтыр. Ә эштән китеү ваҡыты үҙем дә уйламағанса тиҙ килеп сыҡты, үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер етәкселәргә хеҙмәт ветерандарына хөрмәт сифаттары етмәй китә. Йәшермәйем, тәүҙә бик ҡыйын булды. Ләкин күңелемдә насар уйым юҡ, ҡулымда һөнәрем, күп йыллыҡ тәжрибәм, яҡташтарымдың хөрмәте бар. Ябай кеше өсөн был әҙ түгелдер. Һуңғы йылдарҙа бик күпләп тарала башлаған йыуан эсәк сирен дауалау маҡсатында проктолог һөнәрен үҙләштерҙем, шулай уҡ урология буйынса ла уҡып ҡайттым. Хәҙер ауырыуҙарҙы ҡабул итәм, дауаханаларға йүнәлтмә бирәм. Баймаҡ ҡалаһында “Галомед” тип аталған медицина үҙәге ойошторҙом.


– Һеҙ һанап киткән яңы йүнәлештәр беҙҙең район өсөн таралған ауырыуҙармы?


– Заманына күрәлер ир-егеттәрҙә простатит сире ныҡ таралған. Элек башҡорт егеттәрендә бындай сир бөтөнләй булмаған. Һыбай йөрөү, хәрәкәт, кейеҙ эйәр ир-егеттәрҙе һаҡлаған. Хәҙер йоҡа кейем, бигерәк тә билдең асыҡ йөрөүе, аҙ хәрәкәт, аяҡ өшөүе ошо етди ауырыуға килтерә. Һалҡын Себерҙә эшләгән егеттәребеҙ ҙә йыш ауырый. Ир-егеттәребеҙҙең һаулығы беҙҙең киләсәк быуын, милләтебеҙҙең тоҡомо өсөн дә бик мөһим. Ғөмүмән, беҙҙә ир балаларҙың һаулығын ҡайғыртыуға иғтибар бик түбән ҡуйылған. Күп ваҡытта йәш егеттәр үҙ проблемалары менән яңғыҙ ҡала, уңайһыҙлана. Андрологтар – ир-егеттәрҙең һаулығын ҡайғыртыусы яңы йүнәлеш, ләкин әлегә белгестәр юҡ кимәлендә. Йыуан эсәк сирҙәре лә күп осрай. Был сирҙе иҫкәртеү юлында табиптан уңайһыҙланыу кәртәһе тора. Был бик хата күренеш, табип ярҙамынан тыш үтмәй сир, ошо арҡала аҙып китә. Хәҙер урындарҙа эсәктәргә операция яһалмай, ауырыуҙар өсөн был да ҡыйынлыҡ тыуҙыра.


– Тәжрибәле табиптарҙы саҡырып телетапшырыуҙар эшләргә ине, сөнки һәр кеше табип кәңәшенә бик мохтаж.


– Беҙҙе уҡығанда уҡ медицинаның төп йүнәлеше – ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, кешелә сәләмәт булыу ҡағиҙәһе тәрбиәләү тип өйрәттеләр. Беҙҙең илдә кешеләр һаулығын һаҡлауға бик аҙ иғтибар итә. Үҙ ғүмеремдә йәшәү менән үлем араһында ҡалған күп ауырыуҙарҙы күрергә тура килде. Кеше йәшәүҙән туймай – “тағы биш кенә минут ғүмер бир, хоҙайым” – тип ятыусыларҙы күрергә тура килде. Ғүмер хоҙайҙан бирелгән иң ҙур буләк, уны һаҡларға кәрәк.


– Кеше хыял, өмөт менән йәшәй. Мөмкинлегегеҙ булһа, үҙ халҡығыҙ өсөн нимәләр эшләр инегеҙ?


– Медицина өлкәһендә бюджет сығымдарын арттырыр инем – заманса ҡорамалдар, дауалау өсөн етерлек дарыуҙар алырлыҡ, ҡаты ауырыуҙарға бирелә торған дарыуҙарҙы сикләмәҫлек, врачтарға лайыҡлы эш хаҡы түләрлек. Ғаиләләренән айырылып ситтә эшләп йөрөгән яҡташтарымды илгә ҡайтарыр инем. Ябай хеҙмәт кешеһенә әҙәмсә мөнәсәбәт булдырыуҙы теләр инем. Һәр бер кешене ун көнгә генә булһа ла өйөнән сығарып сәйәхәткә, ял йортарына, шифаханаға ебәрер инем. Элек беҙҙең ауылда “Баймаҡҡа барып щи ашап ҡайтҡан кеше әле мин“, – тип маҡтанып алыу бар ине. Кеше ҡайҙалыр барып йөрөп ҡайтһа, уға бары файҙа ғына.


– Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә...


– Эйе, ул халыҡ мәҡәле менән тулыһынса килешәм. Ир кешенең бәхете тормош юлдашының аҡыллылығына, сабырлығына бәйле. Ҡатыным Фәрдиә Ғәлийән ҡыҙы менән уҡығанда таныштыҡ. Ул балалар табибы, яңы тыуған сабыйҙарҙы беренсе һулышынан үҙенең наҙлы ҡулдарына алып йән өргән, тәүге медицина күҙәтеүен үткәргән табип. Эшендә лә юғары уңыштарға өлгәште – ул Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм медицина отличнигы. 1980 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар бүлеген етәкләне. Тормош юлымдағы күп ҡаҙаныштарым, еңеүҙәрем мине хөрмәт иткән аҡыллы тормош иптәшем, балаларым хаҡына булды. Ҡатыным менән ике малай, бер ҡыҙ үҫтерҙек, һуңынан Айҙар улыбыҙ ғаиләбеҙгә өҫтәлде. Азамат улыбыҙ үҙ яныбыҙҙа, беҙҙең иң яҡын ярҙамсыбыҙ. Өлкән киленебеҙ Эмма – шәхси эшҡыуар. Айгөл киленебеҙ – табип. Өс ейәнебеҙ донъябыҙҙы йәмләй. Үҙемде бик бәхетлемен тием – ҡунаҡсыл, йылы, ҡотло йортобоҙҙан балалар, туғандар, дуҫтар тауышы тынмай. Йәшәүҙең мәғәнәһе лә шундалыр. Йән тыныслығында, ғаиләң татыулығында...

– Халҡыбыҙҙа, ир уртаһы – алтмышта, тигән мәҡәл бар. Һеҙ әле генә урталыҡты артылған ир-уҙаманы. Һеҙгә бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Уйлаған уйҙарығыҙға, теләгән теләктәрегеҙгә хоҙай ярҙамы насип итһен! Юбилейығыҙ менән!

Луиза ДӘҮЛӘТШИНА.

Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: