Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Апрель 2019, 12:52

“Йәнә Баймаҡты һайлар инем”

“Хушлашҡанда күңелем тулышты. Район халҡы ла, практика үткән коллективым да шул тиклем һәйбәт булды. Әгәр һайлау мөмкинлеге булып, практика үтеү өсөн йәнә Баймаҡты тәҡдим итһәләр, һис икеләнмәй бында килер инем”, -- ти Баймаҡта күсмә практикаһын үтеп, хәҙер инде үҙ яғына ҡайтҡан Фәйрүзә Рәил ҡыҙы Шәрипова.


Был яңылыҡты ҡаланың Көньяҡ биҫтәһе халҡы шатланып ҡабул итте. Ҡасандан бирле үҙҙәренең педиатры булмауы, айырыуса, йәш әсәләргә ярайһы уҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Башҡа участка педиатрҙарына сиратта тороуҙар, ауырыған балаң менән йә бер, йә икенсе педиатрға эләгергә маташыуҙар, табиптан табипҡа күсеп йөрөүҙәр күптәрҙең үҙәгенә үтеп өлгөрҙө.

26 февралдән 23 мартҡа тиклем Фәйрүзә Рәил ҡыҙы күсмә практикаһын балалар консультацияһында үтте. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан булған йәш педиатрҙы баймаҡтар оло ихласныҡ менән ҡаршыланы. Уға әлегә буш торған Көньяҡ биҫтәһен беркетеп тә ҡуялар. “Тәүге көндән үк эш башланым. Миңә беркетелгән участок балаларын ҡараным. Икенсе көн дежур булдым. Был тиклем дә оло яуаплылыҡ йөкмәткәндәре юҡ ине әле. Башты эшкә егеп, тулы етдилек менән балаларҙы ҡабул иттем. Белгес булараҡ күҙгә күренеп үҫтем”, -- ти ул.

Был практика йәш педиатрға яҡшы тәжрибә булып ҡала. Йәш педиатр менән аралашыу ошо участка шәфҡәт туташы Дилбәр Шәһиеваны ла һөйөндөрә. “Был күрешеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Беҙ – унан, ул беҙҙән өйрәнде”, -- тип тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыҡты.

“Хушлашҡанда күңелем тулышты. Район халҡы ла, практика үткән коллективым да шул тиклем һәйбәт булды. Әгәр һайлау мөмкинлеге булып, практика үтеү өсөн йәнә Баймаҡты тәҡдим итһәләр, һис икеләнмәй бында килер инем”, -- ти хәҙер инде үҙ яғына ҡайтҡан Фәйрүзә Рәил ҡыҙы.

Беҙ ҙә йәш педиатрға уңыштар, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр теләйбеҙ.


Читайте нас: