Һаҡмар
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Март 2019, 11:19

Һөнәре лә, үҙе лә – тик сафлыҡ нурҙарынан

Уның һәр сабыйҙы үҙ балаһындай бағыуы хайран ҡалырлыҡ. Шуға күрә әсәләрҙең бәләкәстәрен тик Эльвира Фәрит ҡыҙына күрһәтергә ынтылыуы ла аңлашыла.(тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Бар булмышы менән донъяны йәмләп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар була донъяла. Ҡарайһың да: “Их, күҙ теймәһен!” – тип һоҡланаһың.

Эльвира Фәрит ҡыҙы Ғатина нәҡ шундай нәзәкәтле, аҡыллы һылыуҙарҙың береһе. Табиптар династияһын дауам иткән Эльвира Фәрит ҡыҙының (әсәһе районыбыҙҙың билдәле врачы Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпова) нәҡ кескәйҙәрҙе дауалауҙы ғүмерлек һөнәре итеп алыуы бер ҙә аптыратмай. Уның һәр сабыйҙы үҙ балаһындай бағыуы хайран ҡалырлыҡ. Шуға күрә әсәләрҙең бәләкәстәрен тик Эльвира Фәрит ҡыҙына күрһәтергә ынтылыуы ла аңлашыла. Медицина универститетын тамамлаған йәш табип тыуған ҡалаһына эшкә ҡайта. Балалар консультацияһында эшләй, унан романтик холоҡло һылыу “ауыл табибы” программаһы буйынса Түбә ауылына эшкә китә. Кескәйҙәргә ярҙам итеү теләге менән янған ҡыҙ, белемен камиллаштырып, балалар кардиологы һөнәрен дә үҙ итә. Әлеге ваҡытта ул үҙәк ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы бүлеге мөдире.

Эльвира Фәрит ҡыҙы бәхетле әсә лә. тормош иптәше Руслан Фәтих улы менән ул тәрбиәләйҙәр.

Иҫ киткес гүзәл, һәр яҡтан һоҡланғыс, үҙ эшенең оҫтаһы булған табипҡа бар райондаштарыбыҙҙың рәхмәтен еткереп, киләсәктә лә ҙур-ҙур уңыштарға сорналып йәшәүен теләйбеҙ.