Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Февраль 2019, 18:59

Тонометр бүләк итте

Йәш фельдшер Айгөл Дәминева Йомаш ауыл амбулаторияһында икенсе йыл эшләй. Был амбулатория хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, кәрәк булһа ауырыуҙар янына үҙ машинаһы менән дә йөрөй.

Ауылдаштарыбыҙ ҙа аҡ халатлыларҙың изге эшен ихтирам итеп, ҡәҙерләп кенә тора. Ошо көндәрҙә 84 йәштәге Әсҡәт Шәрифйән улы Ярҡынбаев амбулаторияға ҡан баҫымын үлсәүсе прибор – тонометр бүләк итте. Әсҡәт ағай йомаштың, Баймаҡ районының ысын илһөйәре ул! Йөрәге менән ил, ер, тыуған яҡ тип янып йәшәгән бик шәп кеше! ФАП хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы исеменән уға рәхмәт белдерәбеҙ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.

Айгөл эшкә “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса килгән белгес. Был проект нигеҙендә уға айырым өй бирелергә тейеш булһа ла, әлегә Айгөл кешелә фатирҙа йәшәй. Ошо мәсьәлә тиҙерәк хәл ителһә, йәш белгескә ең һыҙғанып эшләү өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылыр ине.

Әлфиә Баймырҙина,

ауыл китапханасыһы.
Читайте нас: