Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Декабрь 2018, 13:51

Халҡының һаулығы һағында

Ауылыбыҙҙың иң уңған килендәренең береһе Әлфиә Вәкил ҡыҙы Харрасова тураһында һүҙем. Уңған ҡыҙ Баймаҡ ҡалаһында Мәрйәм һәм Вәкил Ғәбитовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Бәхетле бала сағы бер ағаһы, дүрт һеңлеһе менән үтә. Мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Ошонда Төркмән ауылы егете Батыр менән дуҫлаша. Училищены тамамлағас, район дауаханаһында эш башлай. Батыр әрме сафынан ҡайтҡас, йәштәр өйләнешә һәм алыҫ Яҡутияға китә. Әлфиә унда балаларҙың инфекция бүлегендә эшләй. Өс йылдан йәш ғаилә кире Төркмәнгә ҡайта. Был ваҡытта уларҙың ғаиләһен йәмләп Руфина исемле 3 йәшлек ҡыҙҙары үҫә. 1992 йылдан алып Әлфиә ауылыбыҙҙың дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ауылдаштарымдың иң ихтирам иткән, яратҡан медицина хеҙмәткәре ул. 26 йыл эшләү дәүерендә төрлө эштәр башҡарҙы Әлфиә. Һуңғы 20 йыл балалар шәфҡәт туташы булып эшләй. Йылдар дауамында ул ҙур тәжрибә туплаған, үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән медицина хеҙмәткәренә әйләнгән. Медицина өлкәһенең һәр эше яуаплы, әлбиттә. Ләкин балалар һаулығы өсөн яуап биреү – икеләтә яуаплылыҡ. Ә Әлфиә Вәкил ҡыҙы күптән үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән, һәр эшен еренә еткереп башҡара. Ғүмереңде балаларға бағышлау өсөн сабырлыҡ, энтузиазм, бәләкәстәргә бөтмәҫ һөйөү талап ителә. Ә был һыҙаттар Әлфиәлә артығы менән. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, эшен күңел һалып, намыҫ менән башҡара. Нисә йылдар врачһыҙ эшләүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың ауырыуын ваҡытында иҫкәртеү, уларҙы дауалау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Сабырлыҡ, наҙ, яғымлы тауыш, балаларҙы яратыу, ололарға ихтирам – ошо сифаттар уны балаларға ла, ата-әсәләргә лә яҡын итә. Ауырыған баланы ла, бәпестең сирләүенә янып-көйгән ултырған ата-әсәне лә иғтибары, шәфҡәтлеге, мәрхәмәтлеге менән тиҙ генә тынысландыра, өмөтләндерә белеү таланты бар Әлфиәлә. Бер генә һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Үҙ эшен шул тиклем яҡшы белә, врачһыҙ ҙа дөрөҫ диагноз ҡуя, дауалай. Халыҡ медицинаһын да яҡшы белә, кәңәштәр бирә. Эшендә яңы тыуған сабыйҙарҙың һаулығын иғтибарының үҙәгендә тота. Шул тиклем яратып, ихлас килеп инә ул яңы тыуған сабый янына. Бүләген дә онотмай.

Әлфиә Вәкил ҡыҙы эшендә балаларҙың ауырыуҙарын иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүлә. Прививкалар һәр саҡ ваҡытында эшләнә. Мәктәп коллективы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, ата-әсәләр йыйылышына килеп, балалар һаулығын нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында лекциялар менән сығыш яһай, аңлатыу эштәре алып бара.

“Казанка ауылында шәфҡәт туташы булмағас Әлфиә Вәкил ҡыҙы унда ла барып прививкалар эшләй, ә был бит уның эше лә түгел. Балалар һаулығы уның өсөн шул тиклем мөһим, ул бер ваҡытта ла һанашмай, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй”, – ти коллегаһы З.Ғ. Ибраһимова.

Татыу, уңған дауаханабыҙ коллективында Әлфиә Вәкил ҡыҙы абруйлы урын биләй. “Тыуған көнмө, башҡа берәй һөйөнөслө ваҡиғамы эшкә килеү менән иң алда Әлфиә Вәкил ҡыҙы ҡотлай. Бүләге лә әҙер, яҡшы һүҙен дә таба. Иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл. Байрамдарҙа яңынан-яңы салаттар, бәлеш-торттар, печеньелар менән һыйлап һоҡландыра. Һәр ризығы телде йоторлоҡ!”– тиҙәр коллегалары.

Әлфиә ниндәй кабинетта эшләһә лә, уны гөл-сәскәгә күмә, зауыҡ менән биҙәп врач бүлмәһен ял итеү бүлмәһенә әйләндерә. Гөлдәре йыл әйләнәһенә шау сәскәлә ултыра. Аҡыллы, эшлекле ҡатын ғаиләһен дә күптәргә өлгө итеп ҡорған. Батыр Ғәлфәүер улы менән 3 ҡыҙ, 1 ул тәрбиәләйҙәр. Руфина медицина колледжын, Эльвина медицина университетын тамамлап, Өфөлә эшләй. Алһыу 11-се класта тик “бишле”гә уҡый. Әсәһенең уң ҡулы. Һәр эште белеп, урын-еренә еткереп башҡара. Әлфиә менән Батыр балаларын иманлы, әҙәпле итеп тәрбиәләйҙәр. Әлфиә бик йәштән ураҙа тота, аяттар уҡыта. Бәләкәй Салауат та бик уңған, йүнсел булыуы менән айырыла. Харрасовтар күпләп мал аҫрайҙар. Әлфиә ағын әрәм-шәрәм итмәй, эшкәртеп йәшәй. Урамдары, ихаталары әкиәт һарайындай. Йәй көндәре йорт-ихатаһы шау сәскәгә күмелә, баҡсала еләк-емеш, йәшелсә ишелеп уңа. Һәр ерҙә бөхтәлек, тәртип, ҡоймаларҙы Эльвинаның эшләгән матур һүрәттәре биҙәй.

Ҡәйнәһе Сәлимә апай менән ҡайныһы Ғәлфәүер ағай мәрхүмдәр ҙә килендәрен бик яратты. Сәлимә апай нисә инһәң дә Әлфиәне маҡтар ине. Килендәре уларҙы ҡәҙер-хөрмәт итеп, матур ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты.

Ошондай һөйөклө ҡатын, бәхетле әсәй, хөрмәтле шәфҡәт туташы, ҡәҙерле килен ул Әлфиә Вәкил ҡыҙы. Ғүмерең артабан да шулай гөрләп дауам итһен, гел уңышлы, ҡәҙерле, һөйөклө, һөйкөмлө бул!

Таңһылыу ҠУЖИНА.

Төркмән ауылы.
Читайте нас: