Бөтә яңылыҡтар

“Һаҡсыл поликлиника” һаҡсыл булырмы?

Күҙ алдына килтерегеҙ: ауырып киткән кеше поликлиникаға килә. Табип уны ҡарағандан һуң, анализдар биреү өсөн йүнәлтмә бирә. Пациенттың анализдарын шунда уҡ компьютер аша ҡарап, табип диагноз ҡуйып, шәфҡәт туташы аша дарыуҙарға рецепт, йүнәлтмәһен дә биреп сығара. Шәп бит! Киләсәктә “Һаҡсыл поликлиника” программаһына ярашлы тап шулай буласаҡта.

Эш сәфәре менән районға һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Әкрәм улы Бакиров, уның урынбаҫарҙары Юлия Анатольевна Коханова, Динара Рәйес ҡыҙы Еникеева һ.б. килеп китте.
Һаулыҡ һаҡлау министры эш сәфәрен дауахана стенаһына беркетелгән, районыбыҙ табиптарына арналған “Мәрхәмәтле, миһырбанлы һәм юғары профессиональ табиптарыбыҙға рәхмәтлебеҙ...” исемле таҡтаташына, Башҡор-тостандың атҡаҙанған табибы, 1983-2000 йылдарҙа баш табип булып эшләгән Ғ.Х. Зөлҡәрнәевтың ҡәберенә сәскәләр һалыу менән башлап китте. Унан ҡа-лабыҙҙағы дауахананың матди торошо менән танышыу маҡсатында стационарҙы, поликлиниканы һәм балалар консультацияһын ҡарап сыҡты.
Унан Әнүәр Әкрәм улы район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте. Министрға һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылған төрлө һорауҙар менән 9 кеше мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында Ярат ауылында яңы фельдшер-акушер пунктын һалдырыу мәсьәләһен ҡуҙғатыусылар ҙа булды, Иҫке Сибай ауылына яңы “Ашығыс ярҙам” машина- һын да һоранылар. Шулай уҡ дауаханала ятып дауаланыу, дарыу менән тәьмин ителеү, шифаханаға юллама алыу кеүек һ.б. шәхси һорауҙар менән дә килгәндәр бар ине. Әнүәр Әкрәм улы барыһын да иғтибар менән тыңлап, күп мәсьәләләрҙе урында уҡ хәл итергә тырышты. Унан тыш Ә.Ә. Бакиров медицина учреждениеларының етәкселәре менән берлектә сираттағы видеоселектор кәңәшмәһен уҙғарҙы. Министр урынбаҫары Ю.А. Коханова урындағы меди-цина хеҙмәткәрҙәре өсөн уҙғарылған медицина советында ҡатнашты. Унда ул диспансеризация мәсьәләләренә туҡталды.
Артабан Һаулыҡ һаҡлау министры Ә.Ә. Бакировты ҡала дауаханаһының актовый залында көтәләр ине. Ул “Яңы технологияларҙы ҡулланып, медицина ойошмаларында һаҡсыл етештереү сараларын арттырыу” темаһына арналған кәңәшмәһен уҙғарҙы. Унда Урал аръяғы дауаханалары вәкилдәре үҙҙәрендә ҡабул ителгән проектты яҡлап сығыш яһаны. Баймаҡтар “Һаҡсыл поликлиника” проек-тын тәҡдим итте. Тәү ҡарамаҡҡа еңел генә күрелгән программаны тормошҡа ашырыу өсөн ярайһы ғына сығымдар ҙа талап ителә. Мәҫәлән, күпләп компьютерҙар алырға тура киләсәк. Министрҙы шулайҙа сифат яғы нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Пациенттарға еңеллек тыуҙырыу өсөн башҡарылған был эштәр еңел генә атҡарылып сыҡһын, тип теләйек.


Эльмира Харисова.

Читайте нас: