Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Апрель 2018, 13:58

Сирен йәшергән – үлгән йәки Һаулығыбыҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа!

Әле генә халыҡтың ҡотон алған миҙгелле киҙеү тамамланыуға бара, әммә ВИЧ-инфекциялыларҙың артыуы, хатта йөклө ҡатындарҙың теркәлеү осраҡтары булыуы оло хәүеф тыуҙыра. Етмәһә, алда талпан осоро, шулай уҡ йылы яҡтарға сәйәхәт итергә яратыусыларҙың шул тарафтарҙан инфекциялы сир алып ҡайтыу ҡурҡынысы тора. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп эпидемиолог Данис Кәримов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Сирен йәшергән – үлгән

йәки Һаулығыбыҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа!


Әле генә халыҡтың ҡотон алған миҙгелле киҙеү тамамланыуға бара, әммә ВИЧ-инфекциялыларҙың артыуы, хатта йөклө ҡатындарҙың теркәлеү осраҡтары булыуы оло хәүеф тыуҙыра. Етмәһә, алда талпан осоро, шулай уҡ йылы яҡтарға сәйәхәт итергә яратыусыларҙың шул тарафтарҙан инфекциялы сир алып ҡайтыу ҡурҡынысы тора. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп эпидемиолог Данис Кәримов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Данис Фәнис улы, киҙеү тамамланыуға бара, тибеҙ. Быйылғы осраҡтар ниндәй эҙемтәләр ҡалдырҙы?
– Баймаҡ районы буйынса быйыл 3 киҙеү осрағы теркәлде, эҙемтәләре ауыр булды. Улар буйынса анализ яһаһаҡ, ауырыусыларҙың береһе лә прививка эшләтмәгән. Былтыр халыҡтың 40 проценты вакцина эшләткәйне. Уның арҡаһында быйыл балалар әҙ сирләне. Киҫкен респиратор ауырыуҙары менән бутарға ярамай. Уларға ҡаршы вакцина юҡ, бында киҙеү генә күҙ уңында тотола. Быйыл мәктәптәр һәм балалар баҡсалары карантинға ябылманы. Тимәк, вакцинаның эффекты көслө икәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер, моғайын. Ләкин диндәгеләрҙең вакцинанан баш тартыуы балаларҙы сирҙән аямай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Быйыл 40 проценттан күберәк халыҡҡа вакцина эшләтеү планлаштырыла.

– ВИЧ-инфекцияларҙың артыуы хаҡында ишеткәндә ул ҡайҙалыр икенсе параллель донъяла баралыр, тип уйлайһың. Ә бит ул кешеләр – беҙҙең яндағы кешеләр. Ни өсөн ВИЧ арта?
– XX быуат чумаһы әле лә “уңыш йыйыу” осорон кисерә. Мәҫәлән, 2000 йылдан алып районда 209 кеше ВИЧ-инфекция буйынса иҫәптә торған. Уларҙың 17-һе, икенсе тарафтарға күсеп китеү сәбәпле, иҫәптән төшкән, 42-һе үлгән, 3-һе иркенән мәхрүм ителеү урынынан сыҡҡан. Бөгөн 124 кеше иҫәптә тора, уларҙың 63-ө – ауыл кешеһе (шул иҫәптән 2-һе – бала), 61 – ҡала кешеһе. Ағымдағы йылда 8 кешелә ВИЧ табылған, 4-һе – ҡаланан, 4-һе – ауылдан. 1 кеше үлгән. 49 кеше интиретровирус терапия үтә. 2000 йылдан алып ВИЧ инфекция йөрөткән ҡатындарҙан 23 бала тыуған, уларҙың 20-һе диспансер иҫәптән төшкән. Әлеге ваҡытта 3 ауырлы ҡатын тикшереү аҫтында.
Быға тиклем ВИЧ-ты таратыусылар наркомандар булһа, бөгөн фәхишәләр, хатта сексуаль ориентацияһы традицион булмаған хәүеф төркөмөнә ҡараған ҡатлам инә. Икенсе хәүеф төркөмө – ҡарауһыҙ ҡалған балалар, асарбаҡтар, эмигранттар. Бынан тыш Себерҙән “күстәнәс” алып ҡайталар. Сәбәбе йәшәү кимәлебеҙҙән тора, тип уйлайым. Шулай ҙа наркотик ҡаҙау өсөн бер шприцты бер нисә кеше ҡулланғанда ҡан аша һәм һаҡланмай енси мөнәсәбәткә ингәндә зарарланыу мөмкинлеге 90 процент тәшкил итә.

– Беҙҙекеләрҙең ситкә ял итергә сығып ауырыу алып ҡайтыу ихтималлығы хаҡында ла һөйләшәйек әле...
– Был хаҡта лекция һөйләргә була. Мәҫәлән, донъяла иң ҡурҡыныс сирҙәр төркөмөнә ҡараған чума Мадагаскар Республикаһында киң таралған, Сейшель утрауында зарарланыусылар теркәлгән. Былтыр Сейшель утрауының спорт командаһы тренеры баскетбол буйынса төбәк чемпионаты үткәргән саҡта Мадагаскар госпиталендә йән биргән. Бер аҙнанан һуң ғына уның диагнозы дөрөҫләнгән. Чуманы кимереүселәр, ҡомаҡтар, талпандар, бөрсәләр, бөжәктәр тарата.
Шулай уҡ ауыр эпидемиологик сирҙәрҙең береһе холера эҫе илдәрҙә – Мысыр, Төркиә, Һиндостан, Африка, Америка, Көньяҡ, Урта һәм Көньяҡ – көнсығыш, Көньяҡ - көнбайыш Азия тарафтарында ныҡ таралған. Ул күп осраҡта эсәр һыуҙың бысраныуынан барлыҡҡа килә. Һаулыҡ һаҡлауҙың бөтә донъя ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2017 йылда 34 илдә холера сире теркәлгән. Ласса, һары вируслы биҙгәктең күп осраҡтары Нигерияла осрай. Марбург биҙгәгенең 2 осрағы Угандала күҙәтелгән – бер ғаиләнең ағзалары был сирҙән донъя ҡуйған. Ҡырым геморрагик биҙгәге Пакистан, Иран илдәрендә бик күптәрҙең ғүмеренә сик ҡуйған. Инфекциялы серәкәйҙәр тешләүе арҡаһында тарала торған чикунгунья биҙгәге Һиндостан, Африка, Көньяҡ – көнсығыш Азия, Һиндостан океаны утрауҙары кеүек тропикта, ә һуңғы йылдарҙа Италия һәм Франция илдәрендә күҙәтелә. Шулай уҡ денге ла йылы яҡтарҙа таралыусан; Кипрҙа, Кенияла малярия (ул да серәкәй аша йоғоусан), вируслы А гепатиты Европа төбәктәрендә, Америка Ҡушма Штаттарында йыш осрай. Бындай сирҙәр күп осраҡта үлемгә килтерә.

– Быларҙы белгәндән һуң, Башҡортостандан ситкә сығаһы ла килмәй хатта. Әммә беҙҙә лә тын юлдарын зарарлаған туберкулез кеүек инфекциялы сирҙәр ҙә бар бит әле...
– Эйе, һуңғы осорҙа туберкулез артыуы борсоуға һала. Быйыл ғына 6 кешелә туберкулез сире асыҡланды. 119 кеше иҫәптә тора, улар менән 159 кеше аралашҡан, улар араһында ла тикшереү алып барыла. 31 кеше дауаханаға һалынған, 2-һе Өфөгә, 9 кеше Сибай профилакторийына ебәрелгән. 7 кешелә ВИЧ һәм туберкулез асыҡланған. Улар социаль яҡтан ауыр хәлдәге ҡатламға инә.

– Көндәр йылыныу менән талпан энцефалиты ҡурҡынысы янай башлай...
– Эйе, энцефалит – талпандар таратҡан вируслы сир. Ул кешенең баш һәм арҡа мейеһен зарарлай. Әлеге ваҡытта йәй әйләнәһенә урманда эшләгән көтөүселәргә, урмансыларға вакцинация бара, әммә вакциналарҙың етмәүе бәкәлгә һуға. Әгәр талпан ҡаҙалһа, үҙ белдек менән уны алып ташларға ярамай, мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпан энцефалитына тикшерелеү түләүле.
Былтыр 271 кеше, талпан ҡаҙалып, дауаханаға мөрәжәғәт иткән, улар араһында 122-һе – балалар. Шул иҫәптән ауыл халҡы – 115 кеше, шуларҙың 45-е – балалар. Шуныһы ҡыуаныслы, улар араһында энцефалит осрағы теркәлмәне. 2017 йылда 50 вакцина һәм 70 кеше ревакцина эшләткән. Ағымдағы йылға 70 кешегә вакцина, шул уҡ күләмдәге 70 кешегә ревакцина эшләтеү планлаштырыла.

Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.

Читайте нас: