Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
15 Июль , 16:25

Гел булмай

бер булыуы ихтимал

Терроризм - социаль-сәйәси һәм криминаль характерҙағы бик ҡурҡыныс күренеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм именлек хеҙмәте вәкилдәре генә уға ҡаршы тора алмай. Был афәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк. Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, экстремистарҙы бер ҡарауҙан ғына айырып булмай. Шуға ла урамда, кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспортында йөрөгәндә тирә-йүндәгеләрҙең кейеменә, үҙ-үҙен тотошона иғтибар итеү бер ҙә артыҡ түгел. Уяу булығыҙ. Террорсыларҙың беҙҙең арала йөрөүҙәре лә бик ихтимал. Экстремистик ойошмалар ҙур ҡалаларҙа ғына ҡара уйҙарын тормошҡа ашыра, тип уйлау хаталы. Бигерәк тә тотош НАТО илдәре илебеҙгә ҡаршы сыҡҡан мәлдә бөтә ерҙә лә провокациялар булыуы, дошмандарҙың аҫтыртын рәүештә арабыҙға үтеп инеүе бар. Шуға күрә һаҡ булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: