Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
9 Апрель 2022, 16:10

Колониянан ҡасҡан!

Һаҡ аҫтына ҡасып, хәҙер эҙләүҙә булған енәйәтсенең һул ҡолағы юҡ

Колониянан ҡасҡан!
Колониянан ҡасҡан!
 

Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан колония-поселениенан хөкөм ителгән ир ҡасҡан. Уға 33 йәш. Ул РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһы йәғни үлтереү менән янау өсөн хөкөм ителгн булған.

Айырым һыҙаттарының береһе – һул ҡолағы юҡ.

Хөкөм ителгәнгә тиклем Яңауыл районында йәшәгән. Колонияға быйыл февралдә оҙатылған булған. Уның юҡлығын кисә киске тикшереү барышында белгәндәр. Әлеге ваҡытта эҙләү эштәре бара. Иғтибарлы булығыҙ!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: