Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
19 Декабрь 2020, 14:36

Уйынсыҡ ҡорал ысынға әүерелмәһен

Әсәләре ҡайтҡас был хаҡта һораша башланым. “Нимә эшләйһең инде? Һәр саҡ уларҙың янында ултырып булмай. Компьютерға инһәләр ҙә гел атыш уйнайҙар. Шунан белә һәм күрә инде улар террористарҙы”,-тип көрһөнөп ҡуйҙы.

Күптән яҡшы аралашҡан ошо ханымдың йортонда булырға яратам. Үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышлағанға күрә, һәр эшен айырым бер ләззәт, тәм менән башҡара ул. Ябай сәй эсеү ҙә үҙенә күрә бер байрамға әйләнә. Ул сынаяҡтарҙың төҫөн дә, ҡалаҡтарҙың үлсәмен дә – барыһын да үҙенә генә хас ҡағиҙәгә ҡарап һайлай.

Әсә 7 һәм 8 йәшлек улдарына ла яҡшы тәрбиә бирергә тырыша. Атай кеше себер яҡтарында йөрөгәс, малайҙарға үтә ныҡ иғтибар кәрәк шул. Бер көн хужабикә магазинға йүгереп барып килергә булды. “Һин әлегә малайҙар менән ултырып тор инде”,-тип йылмайҙы ул.

Иҙәндә көрмәкләшкән балаларға күҙ һалам. Ҡулдарында гаджеттары күренмәй, компьютер һүнгән. Әсәләре уларға интернет киңлегенә сәғәтләп инергә генә рөхсәт итә. Шуға күрә малайҙар рәхәтләнеп иҙәндә аунай. Шул саҡ уларҙың береһе: “Давай, я буду терористом, а ты полицейским!”-тип ҡулдарына уйынсыҡ автоматтарын алып уйнай башланылар.

Кескәй балаларҙың ауыҙынан ундай һүҙ сығыуын ишетеп, аптырап киттем. Малайҙарҙан ипләп кенә террорист кем була ул тип һораша башланым. Дөрөҫөн әйткәндә, балаларҙың яуаптары бик аптыратты ла, хафаға ла һалды. Сөнки улар террорсыларҙы көслө, барыһын да еңә алырлыҡ көс тә тип иҫәпләй. Әсәләре ҡайтҡас был хаҡта һораша башланым. “Нимә эшләйһең инде? Һәр саҡ уларҙың янында ултырып булмай. Компьютерға инһәләр ҙә гел атыш уйнайҙар. Шунан белә һәм күрә инде улар террористарҙы”,-тип көрһөнөп ҡуйҙы.

Эйе, малайҙар кескәй саҡтан һуғыш уйындарын ярата. Был элек-электән шулай булды. Әммә терроризм кеүек ҡурҡыныс күренештең уларҙың уйындарына үтеп инеп, ғәҙәти хәл, хатта “герой” булып күренеүе ҡурҡыныс бит. Балалар телевизор ҡарамай хәҙер тиһәгеҙ ҙә, “боевик”тар башланһа, уларҙың күбеһе шунда уҡ экранға текәлә. Ә унда ҡан-үлтереш һәм әлеге лә баяғы террорсылар. Әлбиттә, ыңғай геройҙар яуызлыҡты еңеп ҡуя, әммә уға тиклем террор иғлан иткәндәр ҙә бала күңеленә һеңеп ҡала. Күп фильмдарҙа уларҙы шул тиклем көслө, һәр ҡоралдан оҫта ата белгән, тотолмаҫ бер зат итеп күрһәтәләр. Ниңә һәм ни өсөн? Һөҙөмтәлә, улар бит балаларҙың, йәштәрҙең күңелендә кире, әммә герой булып ҡала бит. Ундай фильмдарҙы төшөрөү ни өсөн кәрәк булыуы бөтөнләй аңлашылмай. Сөнки терроризмдың ни тиклем насар, ҡот осҡос күренеш икәнен күрһәтеү менән бер рәттән, икенсе яҡтан уларҙы рекламалау бара бит.

Һәр йыл һайын Беслан фажиғәһе йөрәкте өтә. Нисәмә йыл үтһә лә бер ғәйепһеҙгә һәләк булған балалар бер ҙә онотолмай. Бәлки, фильмдарҙы әле лә бала юғалтыуынан йөрәге ҡанһыраған әсәләр тураһында төшөрөргәлер? Йәки балаларҙың һаҡлау өсөн йәнен биргән ысын герой егеттәр хаҡында?

Интернет киңлегендә ныҡ таралған уйындарға тыйыу ҡуйып булмаймы ни? Бигерәк тә терроризмға ҡағылышлыларына? Был афәт Рәсәйгә генә түгел, ә бар Ер шарына ҡағыла бит. Шуға күрә һәр ил берләшеп, интернеттағы ошондай уйындарға тыйыу ҡуя алалыр, тип уйлайым. Сөнки бындай уйын артында ваҡыт уҙғарыу балаларҙың мейеһен ниндәйҙер кимәлдә ағыулап өлгөрә.

Хафаларымды белдергәс, әсә кеше улдары менән һөйләшеп, уларҙың ҡан ҡойошло уйындарға инмәүен күҙәтергә тырыша. Әммә һәр ата-әсәнең балалары менән бергә ултырырға ваҡыты юҡ. Тимәк, беҙ – өлкәндәр, эштә саҡта ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы интернет “тәрбиәләй”. Шуға күрә интернет уйындарын, сайттарын, төркөмдәрен тәртипкә килтергән ҡаты закон кәрәк. Тик шул рәүешле генә беҙ киләсәк быуынды теләһә ниндәй идеологиялар менән ҡол итеүҙән һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Уйланырға урын бар!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: