Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалым - бюджет сығанағы
2 Октябрь 2023, 15:38

Машинаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

«Заманса технологиялар бурыслы транспорттың ҡайҙалығын тиҙ арала иҫәпләп сығарырға һәм уларға мәжбүри үтәтеү сараларын ҡулланырға ярҙам итә», - тип аңлатма бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.  

Машинаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан
Машинаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында һалым инспекторҙары һәм суд приставтары менән берлектә үткән рейд барышында ете сит ил машинаһын (Jaguar F-Pace, Honda Civic, Geely Emgrand, Fiat Albea, Hyundai Elantra, два Renault Symbol, ВИС) табып, арес һалдылар. Был автомобиль хужаларының транспорт һалымы буйынса бурысын ҡушһаң, 1,5 миллион һумдан ашыу булып китә. Әгәр машина хужалары йыйылған пенияһы менән бергә тиҙ билдәле ваҡытҡа түләп өлгөрмәһә, был машиналар һатыуға сығарыла. Әле бындай машиналарға һорау ҙур. Бурысты ҡайтарыуҙан ҡалған суммаһы автомобиль хужаларына ҡайтарып биреләсәк. 

«Заманса технологиялар бурыслы транспорттың ҡайҙалығын тиҙ арала иҫәпләп сығарырға һәм уларға мәжбүри үтәтеү сараларын ҡулланырға ярҙам итә», - тип аңлатма бирҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Әле илдә 2022 йылда мөлкәт һалымдарын йыйыу буйынса сираттағы кампания бара, уларҙы 2023 йылдың 1 декабренә тиклем түләргә кәрәк.

 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: