1 декабрҙә физик берәмектәрҙең 2021 йыл өсөн уларға ебәрелгән һалым белдереүендә күрһәтелгән мөлкәт һалымдарын ваҡытында түләү ваҡыты тамамлана.
Был мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарға ҡағылмай. Уларға хәрби хеҙмәт үткән осорға һалым түләү ваҡыты автоматик рәүештә оҙайтылды.
Ә инде башҡа граждандарға 2021 йыл өсөн һалым белдереүҙәрендә күрһәтелгән мөлкәт һалымын 2022 йылдың 1 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.
Һалымды «Һалым һәм пошлина түләү» сервисы ярҙамында йәки «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»нда түләргә мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Идаралығының ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға мөмкин: 8 (347) 226-38-00 йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында 6.1. көнгә.