Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалым - бюджет сығанағы
6 Октябрь 2022, 12:07

Өфөлә "Юлда түлә!" акцияһы старт алды

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы "Юлда түлә!" акцияһын ойоштора. Акция 2021 йылда физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын түләү буйынса мәғлүмәт кампанияһы башланыуға арналған.

Өфөлә "Юлда түлә!" акцияһы старт алды
Өфөлә "Юлда түлә!" акцияһы старт алды
Акцияның төп маҡсаты: Башҡортостан халҡының һалым грамоталылығы кимәлен арттырыу, граждандарға 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары алыу, шулай уҡ граждандарға уларҙы "Физик берәмектәр өсөн шәхси кабинет" һәм Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының "Һалым һәм пошлина түләү" интерактив сервистары, "Физик берәмектәрҙең һалымы" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында дистанцион түләү ысулдары хаҡында мәғлүмәт биреү. Һәм былар барыһы ла - юлда, өйгә йәки эшкә, ҡунаҡҡа йәки балалар баҡсаһына барғанда һ.б. башҡарыла. 
 
Акция барышында Өфөләге символик геодезия билдәһе - "Нуль саҡрымы" ("Нулевой километр") билдәһе күсмә һалым офисы эшенең башланғыс нөктәһе буласаҡ. Тап ошо урындан 02.10.2022 һалым түләүселәр мөрәжәғәт итә алған мобиль һалым офисы үҙ эшен башлай. Ошо уҡ көндө брендлы микроавтобус "Башҡортостан" дәүләт концерт залы, Өфө спорт һарайы алдында туҡтай, ә 06.10.2022 ул "Торатау" конгресс-холы алдында эшләй.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре мобиль һалым офисына мөрәжәғәт итеүселәргә мөлкәт һалымдарын түләүгә һалым белдереүе бирә, һалымдар һәм йыйымдар тураһында ғәмәлдәге ҡануниәт, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының Интернет-сервис мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирә, бюджет алдында бурыстың булыу-булмауын асыҡларға ярҙам итә. 

2022 йылдың октябрендә райондарға ла барырға ниәтләйҙәр, унда граждандарҙың әйтеп һәм яҙып биргән мөрәжәғәттәренә ярашлы физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымдарын түләү буйынса иң күп һорауҙары тыуа. 

Шулай итеп, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре килеп тыуған һалым һалыу мәсьәләләре буйынса граждандарға 7(347) 226-38-00 телефоны аша ғына мәғлүмәт бирергә түгел, уларҙы хәл итеү өсөн урындарға ла сығырға әҙер.

Сығанаҡ: https://www.nalog.gov.ru/rn02/news/activities_fts/12527298/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: