Яңы промобит Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында барлыҡҡа килде. Уның ярҙамында граждандар һалым буйынса килгән белдереү ҡағыҙын өйрәнә аласаҡ.
Ресурс түләүселәрҙең ғәҙәти һорауҙарына яуап бирәсәк. Был һалым белдереүе нимәне аңлата, нимә өсөн һәм нисек түләргә, ни өсөн артҡан, яңы закон ниндәй үҙгәрештәр алып килде, ҡағыҙҙа күрһәтелгән һалым ставкалары һәм льготалар тураһында мәғлүмәтте нисек аныҡларға, улар менән нисек файҙаланырға, әгәр документ түләнмәһә кеүек һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.
Һалым белдереүҙәре физик берәмектәргә - почта аша заказлы хаттар, электрон төрҙә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының шәхси кабинеттарын ҡулланыусыларға ебәрелә. Кәрәк булған осраҡта һалым түләүсе өҫтәмә белдереү ҡағыҙы ала ала.
Бының өсөн физик берәмектәрҙе хеҙмәтләндергән теләһә ниндәй һалым инспекцияһына йәки күп функциялы үҙәктең офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Түләүгә документты ер участкалары, капиталь төҙөлөш объекттары, транспорт хужалары аласаҡ. Мөлкәт, шулай уҡ ергә һәм транспортҡа һалым түләү срогы - 2022 йылдың 1 декабренә тиклем.
2022 йылдың 2 декабренән түләнмәгән һалым суммаһы автоматик рәүештә бурысҡа әйләнә, уға көн һайын Рәсәй Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының 1/300 күләмендә пеня өҫтәлә.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-222-2222 телефоны буйынса (шылтыратыу бушлай) йәки (347) 226-38-00 телефоны буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ҡыҙыу линия телефоны буйынса алырға мөмкин.