Һаҡмар
+16 °С
Дождь
Антитеррор
Һалым - бюджет сығанағы
13 Марта 2021, 03:05
Льготалар тураһында алдан уҡ хәбәр итегеҙ
-
Башҡортостандың һалым органдары мөлкәткә һалым буйынса льготаларға хоҡуғы булған һәм улар тураһында белдермәгән граждандарға 1 апрелгә тиклем ошондай ташламаларға ғариза яҙыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
Тәғәйен өлгөләге ғаризаны Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет йәки “Физик берәмектәрҙең һалымдары” мобиль ҡушымтаһы аша, һалым органына йәки күп йүнәлешле үҙәк офисына шәхсән алып барып тапшырырға йә иһә почта аша ебәрергә мөмкин. Унда һалым льготаһына хоҡуҡты раҫлаған документ реквизиттарын күрһәтергә йәки ошо документтарҙы теркәргә кәрәк.
“Шәхси кабинет”та ғаризаның формаһы “Тормоштағы хәл-шарттар” бүлегендә урынлаштырылған.
Һалым түләүселәрҙең айырым категорияларына, шул иҫәптән хаҡлы ялдағыларға, пенсия алды йәшендәгеләргә, I һәм II төркөм инвалидтарына, инвалид балаларға ташламаға ғариза биреүҙең кәрәге юҡ. Бындай мәғлүмәтте һалым органдары ведомство-ара бәйләнеш тәртибендә Пенсия фондынан, халыҡты социаль яҡлау органдарынан һ.б ала.
Ташламалар хаҡында “Мөлкәткә һалым ставкалары һәм улар буйынса льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт” электрон сервисы аша йәки 8-800-222-22-22 телефоны буйынса Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнеш үҙәгенән алырға була.
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"