Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалым - бюджет сығанағы
6 Февраль 2020, 16:35

Һалым түлә лә - тыныс йоҡла!

РФ Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан илдең тағы ла 19 төбәгендә үҙ-үҙен тәьмин итеүселәр өсөн һалым режимы индерелде. Улар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы ла бар. #национальныепроекты

РФ Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан илдең тағы ла 19 төбәгендә үҙ-үҙен тәьмин итеүселәр өсөн һалым режимы индерелде. Улар иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы ла бар. Мәғлүм булыуынса, үҙ-үҙеңде тәьмин итеүселәр өсөн һалым режимы былтыр тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһына, Мәскәү һәм Калуга өлкәләренә, Татарстан Республикаһына индерелде.

Үҙ-үҙен тәьмин итеүселәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн тәғәйенләнгән бөтә төр дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала. Тәү сиратта һүҙ “Эшҡыуар-навигатор”, ташламалы кредит һәм башҡа төр ресурстар менән ҡулланыу мөмкинлеген бирә.

Был төр һалым менән Башҡортостанда йәшәгән һәр кем файҙалана ала – физик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ беҙҙең республикала эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән башҡа сит төбәк граждандары ла. Ләкин был осраҡта шәхси эшҡыуарҙар ябайлаштырылған һалым һалыу, берҙәм ауыл хужалығы һалымынан, ЕНВД, патентлы һалым системаһынан баш тартырға тейештәр.

Үҙ-үҙен тәьмин итеүселәр Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең “Минең һалым” мобиль ҡушымтаһы йәки банк аша теркәлә ала. Уның аша кемдән, күпме һәм нимә өсөн аҡса алыуҙы күрһәтеү ҙә етә, ҡушымта һалым күләмен үҙе иҫәпләп сығара. Юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар менән эшләү өсөн ИНН белеме талап ителә. Һалымды һәм айҙың 25-нән дә ҡалмай түләү мотлаҡ.

Был төр һалым режимы менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһы ла файһалана ала. Ләкин ул тауарҙы һатып алыу-һатыу, тауарҙы акцизлау һәм маркировкалау, файҙалы ҡаҙылмалар табыу менән шөғөлләнеүселәргә ҡағылмай. Үҙ-үҙен тәмин итеүсе - үҙенең эшмәкәрлеге менән килем алыусы. Улар башҡаларҙы эшкә ала алмай. Бынан тыш эш биреүсе менән дә хеҙмәт килешеүе төҙөгән булырға тейеш түгел. Тағы ла шуныһы мөһим – уларҙың йыллыҡ килеме 2,4 млн һумдан (айына 200 мең һум) ашмаҫҡа тейеш.

Үҙ-үҙен тәьмин итеүсе булып теркәлгән физик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар контроль-касса техникаһынан һәм дәүләт органдары алдында отчет биреүҙән азат ителә.

Фекерҙәр:

Зифа: Төп эшемдән тыш мин заказдар буйынса төрлө бәлештәр, икмәк-булкалар бешереп һатыу итәм. Быны даими шөғөл тип әйтә алмайым. Ҡайһы ваҡыт һорауҙар күп, йә киреһенсә, булмай ҙа китә. Уйнағандан түгел бит инде, балаларымды кейендерергә, ашатырға әҙ булһа ла өҫтәмә килем булһын, тип шөғөлләнәм. Сөнки даими эш урынымда эш хаҡы бәләкәй. Уға ғына йәшәү мөмкин түгел. Өҫтәүенә, фатир түләүҙәре лә, кредит та бар. Ә инде үҙ-үҙеңде тәьмин итеүсе булараҡ Һалым органында теркәлергә уйламайым. Һалым түләгәнсә, өҫтәлемә икмәк-май алып ултыртам”.

Морат: “Рәсми эш урыным юҡ. Ғаиләмде тәьмин итеү өсөн урман эше менән булышам. Йәшермәйем, килем арыу ғына төшә. Ләкин сығым да ҙур. Эшселәремә түләйем, машинаға яғыулыҡҡа, запас частәргә лә ҙур сумма китә. Баймаҡта эш юҡ, ә ғаиләне ҡарарға кәрәк. Балаларға аҡса юҡ, тип әйтеп булмай. Ә инде үҙ-үҙеңде тәьмин итеүсе булараҡ теркәлергә уйлайым, ләкин бер генә ҡарарға килмәгәнмен әле”.

Әҡлимә: “Орифлэйм” селтәрле маркетингы буйынса шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә тура килгәйне. Йыл һайын отчет бирәбеҙ, пенсия һәм социаль иғәнәләр түләп килдек. Әле бына үҙ-үҙеңде тәьмин итеүсе булараҡ Һалым органында теркәлергә мөмкин икәнлеген белеп, ҡыуанысымдан илап ебәрҙем. Ни тиһәң дә был яңы ҡануниәт беҙҙе ҙур мәшәҡәттәрҙән азат итә. Уның бер ниндәй ҙә насар яҡтарын күрмәйем. Үҙ-үҙеңде тәьмин итеүсе булараҡ рәсми рәүештә теркәләһең дә, тыныс күңел менән эшләйһең”.

Читайте нас: