Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һалым - бюджет сығанағы
5 Декабрь 2019, 19:10

Кемдәр түләгән һалымдарын ҡайтара ала?

Башҡортостанда күп балалы, шулай уҡ һаулығы яғынан үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең транспорт һалымын түләгәндә ташлама менән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр иттет. Нисек ҡайтартырға мөмкин? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостанда күп балалы, шулай уҡ һаулығы яғынан үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең транспорт һалымын түләгәндә ташлама менән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр итте.

Бының өсөн һалым органдарына ғариза яҙырға кәрәк. Ведомствола транспорт һалымынан азат итеү тураһындағы ҡарар бер ай эсендә ҡабул ителергә тейеш.

Әгәр һалым түләнгән, ә ғаилә ташламаға хоҡуҡлы икән - аҡса кире ҡайтарыла. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса һалым органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 декабрҙә мөлкәт һалымын түләү ваҡыты тамамланды. 3 декабрҙән һалымын түләмәгәндәр бурыслы тип иҫәпләнә, уларға пеня өҫтәлә башлай. Шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеге булмаған йәки почта аша белдереү ҡағыҙы алмаған кешеләргә һалым инспекторҙары күп функциялы үҙәк офистарында йәки теләһә ниндәй инспекцияла квитанция алырға кәңәш бирә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: