Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
11 Июль 2025, 11:48

Масолман зыяратында өмә үтте

Баймаҡ ҡалаһының мосолман зыяратының ҡоймаһын кәртәләү буйынса өмә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов етәкселегендәге ҡаланың учреждение, ойошма, предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары ҡатнашты. Был көндө утыҙ алты тимер бағана ултыртылды һәм ике йөҙ метрҙан ашыу тимер рәшәткә ҡуйылды.

Мосолман зыяратының торошо минең Баймаҡтағы тәүге эш көндәренән үк борсолоу тыуҙыра ине. Мәңгелек йортто төҙөкләндереү – беҙҙең изге бурысыбыҙ, - тине Азамат Иҙрисов. – Унда ата-бабаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ мәңгелек тыныслыҡ тапҡан. Артабан да бында төҙөкләндереү эше дауам итәсәк.

Киләһе аҙна кесейома сәғәт 2-лә тағы ла уҙасаҡ өмәгә ҡушылырға саҡырабыҙ.

Масолман зыяратында өмә үтте
Масолман зыяратында өмә үтте
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас