-11 °С
Болотло
Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә күп ҡатлы йорттар менән идара итеүселәрҙең форумы үтте. Унда торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса БР-ҙың Дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары буйынса урынбаҫары А.В. Власов, уның урынбаҫары Р.В.Рахимғолов, ҡала биләмәһе башлығы Р. Ф. Иҫәнбаев ҡатнашты. А. Дәүләтшин РФ-тың торлаҡ-коммуналь хужалығы тураһындағы ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Форум бик йәнле әңгәмәләшеү формаһында барҙы. Уның һуңында күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алды.