Бөгөн Баймаҡта оло байрам
Баймаҡ ҡалаһы бөгөн шат тауыштарға күмелде - балалар уйын һәм спорт майҙансығын асыу тантанаһы үтте. Республика көнө уңайы менән бында ҙур байрам ойошторолдо. Халыҡты көндөң әсе һыуығы ла ҡурҡытманы, йәше лә, ҡарты ла ҙур сараға йыйылды. Баймаҡтарҙы ҡотларға БР Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев ҡатнашты.
“Башҡорт ихатаһы” программаһы Баймаҡта яҡшы тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә быйыл районға 31 млн һум аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә Салауат Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се һәм Муса Йәлил урамының 17-се күп ҡатлы йорт алдары тулыһынса яңырҙы. Машиналар туҡталҡаһына, йорт алдарына, тротураҙарға асфальт түшәлде, урамды яҡтыртыу системаһы капиталь ремонтланды, резина япмаһы түшәлгән балалар спорт һәм уйын майҙансыҡтары ҡалҡып сыҡты. Эскәмйәләр, сүп-сар ташлау контейнерҙары урынлаштырылды. Шулай уҡ тирә-яҡты йәшелләндереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылды.
Эшләнгән эштәрҙең барыһы өсөн дә ҡала халҡы республика хөкүмәтенә, район һәм ҡала хакимиәтенә рәхмәтен белдерҙе.