Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
5 Сентябрь 2023, 11:05

9 сентябрҙә - барыбыҙ ҙа өмәгә!

Башҡортостанда 9 сентябрь - Берҙәм экологик өмә көнө тип иғлан ителде, тине бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев...

9 сентябрҙә - барыбыҙ ҙа өмәгә!
9 сентябрҙә - барыбыҙ ҙа өмәгә!

Башҡортостанда 9 сентябрь - Берҙәм экологик өмә көнө тип иғлан ителде, тине бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев. Ҡала мэры ошоға ярашлы буласаҡ өмә планы менән таныштырҙы. Радмир Фитрат улы шулай уҡ район-ҡалала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы старт алыуын да белдерҙе. Ағастар "Шатлыҡ" кафеһы янындағы аллеяға һәм 5-се мәктәп янына ултыртыласаҡ.

Район башлығы Фәнис Әминев 2 сентябрҙән ҡала-ауылдарҙың биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм республика экологик өмәләре, шулай уҡ таҙалыҡ көндәре башланыуы хаҡында һөйләп үтте.

Фото Г. Салихова ("Һаҡмар" гәзите архивы)

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: