Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
10 Ноябрь 2022, 15:53

Техника ҡышҡа әҙерме?

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының коммуналь-хужалыҡ предприятиеларындағы техниканың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек торошо тикшерелде.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының коммуналь-хужалыҡ предприятиеларындағы техниканың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек торошо тикшерелде. Баймаҡ коммуналь хужалығының - 11, “Баймаҡ Водоканалы” ЯСЙ-һының – 9, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һының 2 техникаһы алғы һыҙыҡҡа сығарылды.

- Алдағы ҡышты сығыуға техника етерлек, торошо ҡәнәғәтләнерлек, - тине ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев. - Сөнки уларҙың барыһы ла һуңғы йылдарҙа алынған. Әлеге ваҡытта тағы ла бер МАЗ үҙбушатҡыс машинаһы алыу өсөн документтар әҙерләйбеҙ.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы инспекторы Арсен Ғәйниев коммуналь хужалыҡтарҙың техникаһы ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙер, тигән һығымта яһаны.

Техника ҡышҡа әҙерме?
Техника ҡышҡа әҙерме?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: