Кисә ҡалала ете күп фатирлы йорттоң газһыҙ ҡалыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Был фатирҙарҙың вентиляция системаһының тикшерелмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан бәлә. Эште яйға һалыу йәғни фатирҙарға газ биреү өсөн идара итеү компания хеҙмәткәрҙәре фатирҙарҙы ҡарап, елләтеү системаһын тикшереп сығырға тейеш. Әммә кешеләрҙең күбеһе һаман да уларҙы фатирына индереүҙән баш тарта.
Хөрмәтле баймаҡтар! Әгәр был эш урынына еткерелеп үтәлеп, тейешле белешмә (справка №20) алынмаһа, фатирға “зәңгәр яғыулыҡ” килмәйәсәк. Кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында тотош йорттар зыян күрә. Белеүегеҙсә, был системаны тикшереү мөһим. Быйыл ошо елләтеү системаһы насар эшләгәне өсөн республикала ҡот осмалы фажиғә булып, өс бала һәм ике әсә һәләк булды бит!
Әгәр идара итеү компанияһы хеҙмаәткәрҙәрен ниндәйҙер сәбәптән индерергә ҡурҡһағыҙ, улар килгәндә күршеләрегеҙҙе лә йәки туғандарығыҙҙы саҡырығыҙ һуң. Әгәр эш артабан да былай тотҡарланһа, фатирҙарға газ оҙаҡ килмәйәсәк әле. Ә беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙо газ плитәһеҙ күҙ алдына килтереп буламы һуң? Юҡ бит! Шуға күрә барыһын да теүәл үтәп, фатирҙарға газ бирелеүен ашыҡтырайыҡ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.