Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
9 Февраль 2022, 17:10

Ҡасып йөрөү ялҡытты!

Вождениены ла тапшыра алманы!

Ҡасып йөрөү ялҡытты!
Ҡасып йөрөү ялҡытты!

Себергә барып эшкә урынлашҡас, машинаға “права” алырға уҡырға яҙылдым. Беренсе көн. Төркөмдәр менән танышыу. Кемдең руль артына ултырып ҡарағаны барлығы хаҡында һөйләшеп киттек. Күптәр ауылда, атаһы ҡарауы аҫтында йөрөгән, бәғзеләр минең кеүек бер ҡасан да рулде тотоп ҡарағаны ла юҡ. Шул саҡ бер егет: “Ә мин үҙ машинамда килдем. 2 йыл инде таксист булып эшләйем. Гаишниктарҙан ҡасып йөрөүе ялҡытты, шуға уҡырға килдем”,-тимәһенме!

Иң ҡыҙығы, имтихан тапшырғанда ул вождениены тәүге мәртәбәнән тапшыра алманы. Белмәйем, башҡалар нисектер, ләкин мин хәҙер таксистарҙан ҡурҡа башланым. Таныш ир таксист булып подработкала йөрөгәйне. Үҙе водитель былай. Әммә ул: "Был таксистарҙың яртыһының праваһы юҡ ул, лишенниктар" тигән һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты. Ҡурҡмаҫ ерҙән ҡурҡырһың таксинан!

Л.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: