-11 °С
Болотло
Йылдан-йыл транспорт сараһы һаны арта бара. Шул сәбәпле юлдарҙа көсөргәнешлек тә ҙурая. Был тәңгәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында Баймаҡ ҡалаһында юл тамғалары яңыртыу дауам итә. Бөгөн Юбилей урамы менән С.Юлаев проспекты һәм Ленин урамы менән Тыныслыҡ урамы киҫешкән урындарҙағы светофорҙар яңыртыла башланы. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тиҙлекте һәм дистанцияларҙы теүәл күҙәтегеҙ.