Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
30 Декабрь 2021, 15:18

Баймаҡтарға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды

Бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тантаналы шарттарҙа Тыныслыҡ урамының 1-се йорттоң беренсе подъезында йәшәүселәргә 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Уны подъезд буйынса яуаплы Людмила Савченко ҡабул итеп алып, рәхмәтен белдерҙе. Был сумма йортто төҙөкләндереү өсөн йүнәлтеләсәк.

Яңы йыл алдынан уҙып барған йылға йомғаҡ яһау дауам итә. Ошо көндәрҙә республикала йыл да иғлан ителгән “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда быйыл 46 ҡала һәм райондан 203 объект ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, быйыл был конкурста Баймаҡтан Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң беренсе подъезында йәшәүселәр ҡатнашҡан ине. Беренсе сиратҡа таҙалыҡ һәм бөхтәлекте ҡуйып, шуға ярашлы эш алып барҙылар. Подъездың стеналарына төрлө һүрәттәр төшөрөлдө, тәҙрә төптәренә гөл-сәскәләр ҡуйылды. Иң мөһиме – даими таҙалыҡ булдырыу өсөн, дежурлыҡ ойошторолдо. Һөҙөмтәлә “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт һәм ихата алды” республика конкурсына яһалған йомғаҡ беҙҙең өсөн бик тә һөйөнөслө булды. Ҡала округтары араһында Ағиҙел – беренсе, Өфө – икенсе, Стәрлетамаҡ өсөнсө урындарға сыҡһа, ҡала биләмәләре араһында Учалы – беренсе, Баймаҡ – икенсе һәм Приютово – өсөнсө урындарҙы алды. Урындарға ҡарап, премиялар ҙа бүленде: беренсегә – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең һум, өсөнсөгә 100 мең һум. Шулай итеп, Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң беренсе подъезында йәшәүселәр 300 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Бөгөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тантаналы шарттарҙа Тыныслыҡ урамының 1-се йорттоң беренсе подъезында йәшәүселәргә 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Уны подъезд буйынса яуаплы Людмила Савченко ҡабул итеп алып, рәхмәтен белдерҙе. Был сумма йортто төҙөкләндереү өсөн йүнәлтеләсәк.

- Һуңғы йылдарҙа күп ҡатлы йорттарҙы һәм ихата алдарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә, - тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев. - Төрлө программаларҙан тыш ошондай адреслы проекттар ҙа ҡала йөҙөн матурларға, уңайлыҡтар тыуҙырырға мөмкин бирә.

Әйтергә кәрәк, былтыр ошо уҡ конкурста Юбилей урамының 3-сө йорттағы 4-се подъезда йәшәүселәр ҡатнашып, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Тимәк, киләһе йылда башҡа подъездарҙа йәшәүселәр ҙә ҡушылырға теләк белдерер, тип уйлайбыҙ.

Баймаҡтарға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды
Баймаҡтарға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: