Ҡала һулышы
18 Декабря 2021, 13:32

Матурлыҡтың кем ул дошманы?

Баймаҡ ҡалаһының Белов урамында төҙөлгән Яңы йыл ҡаласығын вандалдар емергән!

Добавить в предпочтительные источники Google

Баймаҡ ҡалаһын төҙөкләндереү, уңайлыҡтар булдырыу өсөн күп эштәр башҡарыла. Ләкин кемгәлер ул оҡшамай күрәһең. Бөгөн төндә Белов урамында ҡалҡып сыҡҡан Яңы йыл ҡаласығын емереп, боҙоп киткәндәр. Ә инде ҡыйбатлы урам гирляндаһын урлағандар! Шуның менән баймаҡтарҙы матурлыҡтан мәхрүм итеп, күңел байлығын урларға маташҡандар. Вандалдарҙың кем икәнлеген белеүселәрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүе һорала.

Автор:Лилия Такаева