Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
15 Декабрь 2021, 10:47

Баймаҡтың "Иң яҡшы подъезы" 300 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды

-

Ошо көндәрҙә республикала йыл да иғлан ителгән “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда быйыл 46 ҡала һәм райондан 203 объект ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, быйыл да был конкурста Баймаҡтан бер подъезд тәҡдим ителде. Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң беренсе подъезында йәшәүселәр дөйөм йыйылышта шундай ҡарар ҡабул итеп, көстәрен һынап ҡарарға риза булды. Беренсе сиратҡа таҙалыҡ һәм бөхтәлекте ҡуйып, шуға ярашлы эш алып барҙылар. Подъездың стеналарына төрлө һүрәттәр төшөрөлдө, тәҙрә төптәренә гөл-сәскәләр ҡуйылды. Иң мөһиме – даими таҙалыҡ булдырыу өсөн, дежурлыҡ ойошторолдо.

- Һуңғы йылдарҙа күп ҡатлы йорттарҙы һәм ихата алдарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә, - тине Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев. - Төрлө программаларҙан тыш ошондай адреслы проекттар ҙа ҡала йөҙөн матурларға, уңайлыҡтар тыуҙырырға мөмкин бирә.

Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне. Ошо көндәрҙә “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт һәм ихата алды” республика конкурсына яһалған йомғаҡ беҙҙең өсөн бик тә һөйөнөслө булды. Ҡала округтары араһында Ағиҙел – беренсе, Өфө – икенсе, Стәрлетамаҡ өсөнсө урындарға сыҡһа, ҡала биләмәләре араһында Учалы – беренсе, Баймаҡ – икенсе һәм Приютово – өсөнсө урындарҙы алды. Урындарға ҡарап, премиялар ҙа бүленде: беренсегә – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең һум, өсөнсөгә 100 мең һум. Шулай итеп, Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң беренсе подъезында йәшәүселәр 300 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Был сумма үҙҙәре йәшәгән йортто ремонтлауға йәки ихата алдын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Әйтергә кәрәк, былтыр ошо уҡ конкурста Юбилей урамының 3-сө йорттағы 4-се подъезда йәшәүселәр ҡатнашып, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Тимәк, киләһе йылда башҡа подъездарҙа йәшәүселәр ҙә ҡушылырға теләк белдерер, тип уйлайбыҙ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: