-4 °С
Болотло
Баймаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларының ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә әҙерлеге тикшерелде. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов менән Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев хужалыҡтарҙың етәкселәре менән осрашты, техниканың торошо менән таныштылар. Алда торған һыуыҡ ҡышҡы айҙарҙы бер ниндәй аварияһыҙ сығырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ.