+2 °С
Болотло
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән барлыҡҡа килгән тағы ла бер “Башҡорт ихатаһы” файҙаланыуға тапшырылды. Һуңғы өс йылда ҡаланың 66 млн 300 мең һумға 14 күп ҡатлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелде. Быйыл иһә Әлибаев урамының 49-сы, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө, Юбилей урамының 2-се һәм 4-се йорт алдарынд тап ошо программаға ярашлы төҙөлөш эштәре башҡарыла. Уның тәүгеһе бөгөн тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды. Сарала БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Ҡалған объекттарҙа ла төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлаша.