-3 °С
Болотло
Баймаҡта тағы ла бер балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. Ошо хаҡта Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарында хәбәр итә.
Ҡаланың “Малыш” микрорайонының Крәҫтиән урамында балалар өсөн уйын комплексы ҡалҡып сыҡты. Ул ҡала хакимиәте һәм “Баймаҡ коммуналь хужалығы” МБУ-һы инициативаһы менән төҙөлдө. Төҙөлөш эштәрендә шулай уҡ ошо микрорайонда йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты.
Ысынлап та, бындай балалар майҙансығы был тарафтарҙа күптән талап ителә ине. Хәҙер иһә был төбәктә йәшәүсе бәләкәй граждандар буш ваҡыттарын ошонда уҙғарыу мөмкинлеген алды.