Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
17 Октябрь 2020, 22:47

"Башҡорт ихатаһы" программаһы аҙағына яҡынлаша

Баймаҡтың күп ҡатлы йорт ихаталары яңы һулыш алды

Баймаҡ ҡалаһында "Башҡорт ихаталары" республика программаһы аҙағына яҡынлаша. Ике күп ҡатлы йорт алдары тулыһынса
төҙөкләндерелде. Резина япма
түшәлгән балалар спорт һәм уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Машиналарҙы ҡуйыу урындары эшләнелде. Бөгөн һуңғы төҙөкләндереү саралары ҡалды. Дөйөм алғанда, 90 и 95 процент эш башҡарылған. Ике "Башҡорт ихатаһы"н да файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2020 йылдың 1 ноябренә билдәләнгән. Был көндө балалар ҙа, ололар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Читайте нас в