-2 °С
Болотло
Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы иғлан ителеүе уңайынан Баймаҡта бик күп эштәр башҡарылды. Шуларҙың береһе – күп ҡатлы йорттар фасадына граффити төшөрөү. Был тәңгәлдә яҡташ рәссамдар фәнис Ҡурмашев менән уның ярҙамсыһы альпенист-рәссам Альберт Сәйетҡоловтарҙың тырышлығы менән ҡалала атаҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов, “Дан” ордены тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың граффити барлыҡҡа килде. Ошо көндәрҙә иһә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һыны ҡалҡып сыҡты. Шулай уҡ эргәһендә уның шиғырынан өҙөк бирелде:
“Минең тыуған йырҙамыр,
Балдай татлы ҙыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем...”