Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
16 Октябрь 2020, 20:45

Бөгөн Баймаҡта эш сәфәре менән Б. Беляев булып китте

Ул яңы ҡаҙанлыҡты асыу тантанаһында ҡатнашты. Хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының торлаҡ коммуналь-хужалыҡ министры Борис Беляев эш сәфәре менән булып китте.
Ул яңы ҡаҙанлыҡты асыу тантанаһында ҡатнашты. Хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ ҡалаһының йылылыҡ селтәрендә ҙур реконструкция эштәре алып барылды. Трассаның 98 проценты яңырыу кисергән. Ә инде йылытыу миҙгеле ике яңы ҡаҙанлыҡта башланды.
Артабан Борис Владимирович "Йәштәр" аллеяһын ҡараны. "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы ҡаланың ике урынында алып барылған төҙөлөш эштәре менән танышты. "Алтын ҡулса" тротуарының эшмәкәрлеген ҡараны.
Читайте нас: