Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
6 Июнь 2020, 11:40

Баймаҡта контейнерҙар ҡуйыла

“Ҡый” реформаһы нисек тормошҡа ашырыла?

“Ҡый” реформаһы нисек тормошҡа ашырыла?
Рәсәйҙә “Ҡый” реформаһы ҡабул ителеүгә бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Уның насар яҡтарына ҡарағанда, ыңғай һөҙөмтәһе күберәк булыуына һәр кем инанғандыр, моғайын. Был тәңгәлдә ҙур саралар башҡарылды, ләкин эшләнәһе эштәр тағы ла күберәк.
Шәхси ихаталағы ҡый-һайҙы йыйып алыу өсөн аҙнаһына бер тапҡыр, алдан билдәләнгән график буйынса, урамдарҙан машина үтә. Бөгөн иһә махсус контейнерҙар ҡуйыу буйынса эш алып барыла. Ҡалала улар барлығы 73 буласаҡ. Контейнерҙарҙы урынлаштырыу урынын билдәләү маҡсатында ҡыш айҙарында уҡ халыҡ менән сходтар үтте.
- Йыйылыш тураһындағы белдереү ике район гәзитендә лә баҫылып сыҡты, - тине Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев. – Ләкин Көньяҡ микрорайонында йәшәүселәрҙән тыш, уларҙа халыҡ әҙ ҡатнашты. Тап ана шул йыйылышта ҡатнашмаусылар араһында бөгөн ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Контейнерҙарҙы СанПИН талаптарына ярашлы урынлаштырырға тырышабыҙ. Ләкин боронғо микрорайондарҙа ҡытыршылыҡтар килеп сыҡты. Урамдар тығыҙ, өйҙәр бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Мәҫәлән, Завод, ГРП, Кәкреауыл яҡтарында был мәсьәләне хәл итеү ауырлыҡ тыуҙыра. Бындай осраҡта халыҡ менән килешеү төҙөргә тырышабыҙ.
Ысынында ла тап үҙ йорто алдында ҡый-һай түгеү контейнерын күрергә теләмәүселәр дәғүә белдерә лә инде. Йәнәһе, эргә-тирәһендә ҡый туҙырап ятасаҡ, эт-бесәйҙәр, берәҙәк мал төйәк итәсәк. Өҫтәүенә, ауыр еҫ тә тараласаҡ...
- Контейнерҙар бөтә технология талаптарына ярашлы урынлаштырыла, - тине Радмир Иҫәнбаев. – Улар асфальт түшәлгән, уратып кәртәләп алынған биләмә эсенә ултыртыла. Халыҡтан сүп-сарҙы мотлаҡ контейнерҙың тыш яғына түгел, ә эсенә ташлауын һорар инем. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр машинан да төшөп тормай, ырғытып ҡына китеүҙе хуп күрә. Бындай хәл айырыуса күп ҡатлы йорт ихаталары алдында күҙәтелә. Һөҙөмтәлә берәҙәк мал йыйыла, ел-дауыл уларҙы туҙратып алып осора.
Ысынлап та, тап шундай яуапһыҙ кешеләр арҡаһында контейнерҙар эргәһе тотош ҡыйлыҡҡа әйләнә лә инде. Теләһәк тә, теләмәһәк тә “Ҡый” реформаһы эшләй башланы һәм уның талаптары артабан да тормошҡа ашырыласаҡ. Ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем ҡалала ҡый-һай түгеү контейнерҙарын урынлаштырыу тамамланасаҡ. Бөгөн шәхси йорттар яғына ҡуйылған контейнерҙарҙан сүп-сар аҙнаһына - 2, улар булмаған урамдарҙан – 1, ә күп ҡатлы йорт алдынан көн һайын сығарыла. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан иһә сүп-сарҙы сорттарға айырып ташлау ойоштороласаҡ. Ҡыйҙың тирә-яҡҡа таралып, туҙрап ятыуын теләмәһәң – уларҙы тейешле итеп ташлап өйрәнергә кәрәк. Тимәк тәрбиәне үҙебеҙҙән башлайыҡ.
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы бөтә Рәсәйҙә иғлан ителгән “Таҙа ил” программаһында ҡатнаша. Уға ярашлы, Баймаҡта яңы ҡый түгеү пункты булдырыу күҙаллана. Киләһе йылда иһә Семеновск ауылы эргәһендә сортировкалау полигоны файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Фекерҙәр:
Сәрүәр Иҙелбаева, ҡаланың Көньяҡ микрорайонында йәшәй: “Ҡый” реформаһы ғәмәлгә ингәнгә ҡәҙәр, сүп-сарҙы сығарып түгеү беҙҙең өсөн проблемаға әйләнә торғайны. Айҙар буйы йыйылып ятҡан ҡыйҙы машина яллап түктерә торғайныҡ. Хәҙер иһә ул мәсьәлә хәл ителде. Урамға контейнер урынлаштырҙылар. Был беҙҙең өсөн бик тә уңай. Ихата алдында ҡый йыйылып ятмай, сығып торған һәр береһен алып барып ташлап торабыҙ. Контейнер урынлашҡан майҙансыҡ ябыҡ тора. Ҡый ташыу машинаһы уларҙы аҙнаһына ике тапҡыр килеп алып китә. Берәҙәк мал да, эт тә йыйылмай. Сөнки даими ябыҡ тора. Әйткәндәй, был төр коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе ваҡытында индереп барабыҙ, бурысыбыҙ юҡ”.
Юлиә Сәғитова (исем-фамилияһын үҙгәртеп яҙыуҙы һораны), Көньяҡ микрорайонда йәшәүсе: “Ҡый” реформаһына ярашлы сход үткәндә беҙҙең Көньяҡ микрорайонынан халыҡ күп ҡатнашты. Контейнерҙарҙы ҡайҙа урынлаштырырға кәрәклеген бергәләп хәл иттек. Шунлыҡтан был тәңгәлдә проблема барҙыр, тип уйламайым. Шундай уңайлыҡ тыуҙырғандары өсөн рәхмәт кенә әйтергә ҡала. Быға ҡәҙәр халыҡ үҙе ҡыйын тейәп киткәндә, урам буйлап түгелеп ҡала торғайны. Хәҙер ундай күренеш юҡ. Ҡый өсөн бер тапҡыр ғына түләнек тә, башҡа түләгәнебеҙ юҡ. Дөрөҫ эшләмәйбеҙҙер, бәлки”.
Лилиә Такаева.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: