Ҡала һулышы
7 Апреля 2020, 07:20

"Алтын ҡуласа" һалына

Йәйәүлеләр өсөн тротуар төҙөлә#национальныепроекты

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ ҡалаһын һәр яҡлап та төҙөкләндереү
эштәре дауам итә. Быйыл "алтын ҡуласа" - В.Ленин, М. Горький, Ә. Әлибаев урамдары һәм Салауат Юлаев проспекты буйлап йәйәүлеләргә тротуар һалыу күҙаллана. Проекттың дөйөм суммаһы - 38,8 млн һум тәшкил итә.
Уның буйынса йәшелләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу һәм бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыу ҙа ҡарала. Бындай эштәрҙән тыш
автомобиль юлдарына һыҙаттар һалыу,
ағастарҙы формалап ҡырҡыу эштәре лә алып барыла. Быларҙың барыһы ла федераль, төбәк һәм муниципаль ҡаҙнанан бүленгән финанс ярҙамында башҡарыласаҡ.
Муниципаль контракт буйынса эштәр быйыл октябрҙә тамамланырға тейеш. Аукцион 15 апрелдә үтәсәк.