Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының социаль инфраструктураһын үҫтереү, парк-скверҙарҙы йәшелләндереү, урамдарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын модернизациялау буйынса күп эштәр башҡарыла һәм ул быйыл да дауам итәсәк. Ошо тәңгәлдә тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө уңайы менән Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев менән әңгәмәләштек.
- Радмир Фитрат улы, Баймаҡ ҡалаһын һәр яҡлап үҫтереү, инфраструктураны яҡшыртыу маҡсатында ниндәй мөһим эштәр башҡарыла?
- Баймаҡта 80 күп ҡатлы һәм 5569 шәхси йорт иҫәпләнә. Урындағы үҙидара биләмәләрен үҫтереү маҡсатында урам һәм йорт комитеттары булдырылған. Төҙөкләндереү, йәшелләндереү, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен һәм күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт буйынса һорауҙарҙы хәл итеү маҡсатында улар менән берлектә эштәр алып барыла. Бындай мәсьәләләр башлыса дөйөм йыйылыштарҙа ҡарала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарының беренсе бурысы, әлбиттә, халыҡҡа тейешле һәм сифатлы хеҙмәт күрһәтеү. Һуңғы ваҡытта уларҙың һәр береһендә матди-техник базаны яңыртыу, инженер инфраструктураларын модернизациялау буйынса ғәйәт ҙур эштәр алып барыла. “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һында ҡаҙанлыҡтарҙы, трассаларҙы яңыртыу буйынса күп эшләнә. Шуның һөҙөмтәһендә быйылғы йылытыу миҙгеле яҡшы тамамланып килә. Предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу буйынса эштәр быйыл да дауам итәсәк. Йылылыҡ селтәре объекттарын реконструкциялау өс этапта башҡарыласаҡ. Ҡаланың “Б” микрорайонындағы ҡаҙанлыҡта тулы реконструкция эштәре көтөлә. 5,049 метр йылылыҡ трассаһы яңыртыласаҡ, ҡаҙанлыҡта авария-резерв яғыулығы урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ биләмәнең тирә-яғын тулыһынса төҙөкләндереү планлаштырыла. Ҡаланың “А” микрорайонындағы ҡаҙанлыҡта инвестиция программаһы ярҙамында өлөшләтә ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Унда 17МВт ҡеүәтле модулле ҡаҙанлыҡ урынлаштырыу күҙаллана.
Баймаҡ халҡын эсәр һыу менән “Водоканал” МУП-ы тәьмин итә. Улар ҡарамағында 8 артезиан скважинаһы булған “Ирәндек” һыу һурыу станцияһы бар. Һыу селтәре 57,19 километрға һуҙылған. Былтыр 4069 метр һыу торбаһы алмаштырылды. Көньяҡ микрорайонында 2083 метр эсәр һыу, 466 метрҙа канализация селтәре төҙөлдө. Һыу колонкаларын ремонтлау-төҙөкләндереү буйынса комплекслы саралар башҡарылды. Быйыл инвестиция программаһы буйынса 2400,0 мең һумға 2316 метрҙа һыу торбаларын яңыртыу күҙаллана.
Ошонда уҡ ҡала йөҙөн матурлау, урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартыу өсөн күп көс һалған “УКЖФБ” ЯСЙ-һы коллективының да эшен баһалап китергә кәрәк. Йыл әйләнәһенә иртәнге сәғәттәрҙә үк урамдарҙы ҡый-һайҙан таҙартыу өсөн ең һыҙғанған йыйыштырыусыларға ла рәхмәтем ҙур. Ошо уҡ коммуналь-хужалыҡ предприятиеһы күп ҡатлы йорттарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бирә. Былтыр ҡаланың Тыныслыҡ урамының 13-сө, Чекмарев урамының 11-се йорттарында электр селтәрҙәре алмаштырылды. Ә.Әлибаев урамының 55-се йортта һыу һәм канализация селтәрҙәренә капиталь ремонт яһалды. Шулай уҡ Салауат Юлаев проспектындағы 13-сө йорттоң ҡыйығы яңыртылды.
- Быйыл урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса эштәр күпкә яҡшыраҡ ойошторолдо буғай...
- Юлдарҙың төҙөклөгө төбәктәрҙең социаль торошон сағылдыра. Шунлыҡтан урамдарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бирергә тырышабыҙ. Баймаҡта 90-дан ашыу урам бар. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының техник базаһы яңыртылды – 5 берәмек техника алынды. Бөгөн улар тулы ҡеүәтенә эшләй. Ҡала биләмәһе хакимиәте менән “Цезарь” ЯСЙ-һы араһында юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү тураһында килешеү төҙөлдө. Улар ҡышҡыһын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ә йәйгеһен тигеҙләү, соҡорҙарҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Былтыр 17 урам ремонтланған, 16-һында ҡырсынташ түшәлгән. Был тәңгәлдә быйыл да эштәр алып барыласаҡ. Бөгөн айырыуса ремонтҡа мохтаж урамдарҙың исемлеге төҙөлә.
- Һуңғы йылдарҙа ҡалалағы барлыҡ учреждение, ойошма, предприятиеларҙың үҙ биләмәләрен төҙөкләндереүгә айырым иғтибар биреүе күҙгә ташлана...
- Был, ысынлап та, шулай. Төҙөк, матур йорттар, таҙа урамдар эргәһенән үтеү үҙе үк кәйефте күтәрә. Йорттарҙың матурлығы, бөхтәлеге уларҙа кемдәрҙең йәшәүен йәки эшләүен күрһәтә. Ҡаланы төҙөкләндереүҙә, йәшелләндереүҙә, уңайлы шарттар булдырыуҙа федераль һәм республика кимәлендәге махсус программалар ҙур ярҙам күрһәтә. Былтыр “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы буйынса 30 млн һумдан ашыу аҡса үҙләштерелде. Салауат Юлаев проспектындағы аллеяны төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата әҙерлек алып барыу маҡсатында “Еңеү” паркы сафҡа инде. Әйткәндәй, ҡала халҡы беренсе булып төҙөкләндерелергә тейешле объекттар исемлегенән һайлап алынған парк бөгөн ҡалабыҙҙың ғорурлығы булып тора. Яңы сафҡа ингән паркты халыҡ үҙе ҡабул итеп алды. Спорт һәм уйын майҙансыҡтарынан ҡыш буйы халыҡ өҙөлмәне.
“Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 302 мең һум аҡса бүленде. Уның ярҙамында 19 урамды яҡтыртыу буйынса проблеманы хәл итеүгә өлгәштек.
Күп ҡатлы йорт алдарын, ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамға килде. Уға ярашлы былтыр 15 млн һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Юбилей урамының 1-се, Салауат Юлаев проспектының 25-се, 27-се, 31-се, 33-сө йорттары алды төҙөкләндерелде. Асфальт япмаһы түшәлгән автомобиль туҡталҡалары эшләнде, тротуарҙар яңыртылды, пандустар ҡуйылды. Урамдарҙы яҡтыртыу системаһы капиталь ремонтланды. Резина япмаһы түшәлгән балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.
Баймаҡтар өсөн былтыр тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ булды - “Ирәндек” кинотеатрында ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Ватан кинематографияһын социаль һәм иҡтисади яҡлау федераль фонды ярҙамында кино күрһәтеү залы тулыһынса яңыртылды. Барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн маҡсатлы бүленгән 5 млн һумға ҙур эштәр башҡарылды.
“Уңайлы ҡала мөхите” һәм “Башҡорт ихаталары” программаларын тормошҡа ашырып, Ә. Әлибаев, В.Чекмарев, С.Есенин, Юбилей, Еңеү, Тыныслыҡ урамдарында, Салауат Юлаев проспектында видеокамералар урынлаштырылды. Шулай уҡ “Еңеү” паркында ла 9 камера ҡуйылды.
- Билдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта ҡалала видеокүҙәтеү камералары күпләп ҡуйыла. Был ниндәй маҡсаттан сығып эшләнә?
- “Хәүефһеҙ ҡала” системаһы буйынса хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйәткә ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында ҡалала урынлаштырылған 6 видеокамера полицияның дежур хеҙмәтенә тоташтырылған. Улар “Көньяҡ” кемпингында, “Арҡайым” сауҙа үҙәгендә, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, үҙәк ҡала дауаханаһында, автовокзалда, Салауат Юлаев проспектының 25-се йортонда ҡуйылған. Тағы ла 26 урынға видеокамера ҡуйыу өсөн проекттар әҙер. Бөгөн уларҙың 7-һен монтажлау эштәре башланды. Быларҙың барыһы ла халыҡ именлеге, хәүефһеҙлеге хаҡына башҡарыла.
- Йыл башынан ҡала урамдарына 13 видеофиксация камералары ҡуйылды...
- Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа транспорт саралары бермә-бер артты. Араларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай “елдереүселәр” ҙә бар. Был башҡа водителдәргә, шул уҡ ваҡытта йәйәүлеләргә лә ҙур хәүеф менән янай. Машиналар менән кешеләрҙе тапатып киткән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы бер ваҡытта уларҙа хатта кеше ғүмере лә өҙөлдө. Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатынан сығып эшләнгән сара ул. Үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙ, халыҡ бер тәүлек эсендә “тәртипкә ултырҙы”, тип әйтергә мөмкин – элекке кеүек “осоп” йөрөгән машиналар юҡ кимәлдә.
- Баймаҡта “Ҡый” реформаһы нисек тормошҡа ашырыла?
- Актуаль булып һаналған “Ҡый” реформаһын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булған барлыҡ сараларҙы ла атҡарып сығырға тырышабыҙ. Был йәһәттән “Ремонт-төҙөлөш идаралығы” ЯСЙ-һы эшмәкәрлеген баһалап китергә кәрәк. Бөгөн урамдарға махсус контейнерҙар ҡуйыу буйынса эштәр алып барыла. Быйыл да был тәңгәлдә эштәр дауам итәсәк. Әйтергә кәрәк, былтыр тәүге тапҡыр шәхси йорттар сүп-сар йыйыу ойошторолдо. Һөҙөмтәлә рөхсәт ителмәгән ҡый түгеү урындары күпкә кәмене. Өҫтәп китергә кәрәк, Баймаҡ ҡалаһы “Таҙа ил” программаһына инде. Уның ярҙамында ҡалалағы дөйөм ҡыйлыҡты рекультивациялау ҡаралған. Шулай уҡ Семеновск ауылы эргәһендә ҡый-һайҙы сортировкалау полигоны төҙөү ҡарала. Һанап киткән эштәр киләһе йылдың аҙаҡтарына тиклем дауам итәсәк.
Реформа ғәмәлгә ингәндән алып бер йыл үтте. Ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкин. Халыҡ араһында, тәүҙә был төр коммуналь-хеҙмәт өсөн тәүҙә уңайлыҡтар, шарттар тыуҙырығыҙ, шунан һуң түләйәсәкбеҙ, тип дәғүә белдереүселәр булды. Күп ҡатлы йорттар алдында ғына түгел, шәхси йорттар яғында ла махсус контейнерҙар ҡуйылған майҙансыҡтар буласаҡ. Шуның өсөн дә был төр коммуналь хеҙмәт өсөн бурыстары булғандар менән ныҡлы эш алып барасаҡбыҙ. Кемдәр быға тиклем түләмәгән, 1 апрелдән пенялар иҫәпләнәсәк. Был тәңгәлдә аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында ҡала халҡы менән осрашыуҙар үтә.
Ҡаланы төҙөкләндереү эштәрендә хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, мәктәптәр, белем биреү учреждениелары, ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡар ирей башлау менән “Таҙа кесаҙна” акциялары башланасаҡ. Тағы ла шуны өҫтәп китергә кәрәк, ҡыйҙы йыйыу менән бер рәттән, ҡалабыҙҙы йәшелләндереү буйынса ла эштәр алып барыла. “Йәшел Башҡортостан”, “Йәшә, урман!” акцияларына хеҙмәт коллективтары ғына түгел, ҡала халҡы ла әүҙем ҡушыла.
- Радмир Фитрат улы, быйыл Баймаҡта береһенән-береһе ҙур сараларҙың үтеүе көтөлә. Уларға ниндәй әҙерлек эштәре алып барыла?
- Ысынлап та, Фольклориада сиктәрендә 22 июлдә Баймаҡ сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡабул итәсәк. Беҙҙең төбәктә этнокөн 27 июлгә тәғәйенләнгән. Бынан тыш быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Июнь айында районда Урал аръяғы инвестиция һабантуйы үтеүе күҙаллана. Һанап кителгәндәрҙән тыш, 2020 йыл республикала “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип иғлан ителгән. Шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ.
Дөрөҫ, ҡалала эшләнгән эштәр ни тиклем күп булһа ла, башҡарыласаҡтары тағы ла күберәк. Баймаҡ йылдан-йыл ҙурая, талаптар ҙа арта. “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы, Салауат Юлаев проспекты – В.Ленин – М.Горький – Ә.Әлибаев урамдарын тоташтырып, йәйәүлеләр өсөн тротуар һалыу планлаштырыла. Бының өсөн 39 млн һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш “Мегаполис” сауҙа үҙәгенән “Складок” магазинына ҡәҙәр тротуар һалыу ҡарала. “Башҡорт ихатаһы” республика программаһына ярашлы, Ә.Әлибаев урамының 53-сө “А”, 57-се һәм Юбилей урамының 3-сө “А” йорттары алдында төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
Хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеү маҡсатында ҡаланың 1-се мәктәбе ҡаршыһында светофор ҡуйылды. Ул ошо көндәрҙә эшләй башлаясаҡ. Шундай уҡ светофор 4-се лицей ҡаршыһында ла буласаҡ. 2-се мәктәп эргәһендә автобус туҡталышы тәртипкә килтереләсәк. Халыҡ телендә “Ключевая” тип атап йөрөтөлгән ерҙә урынлаштырылған светофорҙар яңыртыласаҡ.
Әңгәмәне йомғаҡлап, баймаҡтарға үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ хужа булып, бәләкәй Ватаныбыҙҙы ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәйек, тип әйтергә теләйем. Ҡунаҡтар килер ҙә ҡайтыр. Ә башҡарылған һәм башҡарыласаҡ эштәр, объекттар беҙҙә ҡаласаҡ. Шуның өсөн дә матур, етеш йәшәү рәүешен бергәләп булдырайыҡ һәм ҡәҙерләп, һаҡлап тотайыҡ.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.