0 °С
Болотло
Яҙ айының хакимлыҡ иткәне бар ерҙә күренә. Ҡар иреп, урамдарҙа күләүектәр хасил булды. Был иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар өсөн мәшәҡәттәр генә өҫтәне. Улар юлдарҙы, тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрмәйҙәр. Күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарынан тамсылар тама... Тап шулар беҙгә ҙур хәүеф менән янай ҙа инде. Шунлыҡтан торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар ҡыйыҡтарҙан ҡарҙарҙы таҙартыуға тотондо. Бөгөн Чекмарев һәм Тыныслыҡ урамдарында эштәрҙе тамамлап, бөгөн Юбилей урамдарындағы йорттар ҡыйыҡтары баштарын ҡарҙан таҙарта.