Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
4 Март 2020, 14:25

“Уңайлы ҡала мөхите”нә тауыш бирегеҙ!

Тауыш биреү 28 февралдән 13 мартҡа тиклем барасаҡ.

Ҡалабыҙҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү маҡсатында Баймаҡта ҙур эштәр алып барыла. Бында “Уңайлы ҡала мөхите” республика программаһы ҙур роль уйнай. Уның ярҙамында ҡалала ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Быйыл иһә 2021 йылда тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәһе объекттарын һайлап алыу башланды. Тауыш биреү 28 февралдән 13 мартҡа тиклем барасаҡ.

Йәмәғәт биләмәһенә майҙан, урамдар, йәйәүлеләр зонаһы, йылға буйҙары, сквер, парктар инә.

Тәҡдимдәрегеҙҙе индереү өсөн Баймаҡ ҡалаһының түбәндәге адрестары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ:

- Горький урамы, 26-сы йорт (мәғариф бүлеге);

- Салауат Юлаев проспекты, 34-се йорт (халыҡ ижады үҙәге);

- Салауат Юлаев проспекты, 11-се йорт (“Ирәндек” кинотеатры);

Белешмәләр өсөн телефон: 3-50-50, 3-50-55. Шулай уҡ ҡала хакимиәтенең рәсми сайтындағы интернет-ҡабул итеү аша ла тәҡдимдәрегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ.

Читайте нас: