Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
4 Март 2020, 10:30

Баймаҡ конкурста еңмәһә лә өмөт бар

Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ Рәсәй буйынса иғлан ителгән “Бәләкәй ҡалаларҙы төҙөкләндереү” федераль конкурсында ҡатнашҡайны. #национальныепроекты

Мәғлүм булыуынса, Баймаҡ Рәсәй буйынса иғлан ителгән “Бәләкәй ҡалаларҙы төҙөкләндереү” федераль конкурсында ҡатнашҡайны. Унда Таналыҡ йылғаһын таҙартыу, эргә-тирәһен төҙөкләндереү, ял урыны булдырыу маҡсатында ҙур проект тәҡдим иткәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, конкурсты беҙ үтә алманыҡ.

Ә шулай ҙа өмөт бар. Конкурста ҡатнашып та Грант ала алмаусы проекттарға Төҙөлөш министрлығы тарафынан индерелгән иҫкәртмәләрҙе төҙәтеп, быйыл ҡайтанан конкурста ҡатнашыуға тәҡдим ителгән.

Был исемлектә Баймаҡ, Сибай, Күмертау, Благовещенск ҡалалары, Йылайыр, Воскресенск ауылдары бар.

Читайте нас: