Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса автомобиль юлдарында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген булдырыу һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Баймаҡ ҡалаһында фото-видео фиксация ҡоролмалары ҡуйыла башланы. Улар түбәндәге адрес буйынса урынлаштырыла:
- Салауат Юлаев проспектының 15-се йорто ҡаршыһында;
- Стаханов урамының 12-се йорт ҡаршыһында;
- Коммунистар урамының 49-сы йорт ҡаршыһында;
- Әлибаев урамының 6-сы йорт ҡаршыһында;
- Есенин урамының 7-се йорт ҡаршыһында;
- Ҡарағайлы урамының 8-се йорт ҡаршыһында;
- Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан 3-сө мәктәп ҡаршыһында;
- Пименов урамының 82-се йорт ҡашыһында;
- Чекмарев урамының 7-се йорт ҡаршыһында;
- Горький урамының 16/2-се йорт ҡаршыһында;
- Ленин урамының 27-се йорт ҡаршыһында;
- Блюхер урамының 29-сы йорт ҡаршыһында;
- Магнитогорск – Ира автомобиль трассаһының 130,5 километрында.