Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
16 Февраль 2020, 16:55

Баймаҡ ҡалаһы урамдарында видеокамералар!

Тиҙлекте яратыусыларға көн бөттө! #национальныепроекты

Баймаҡ ҡалаһында хәүефһеҙлек сараларын булдырыу маҡсатында видеокамералар урынлаштырыла башланы. Улар иң беренсе машиналар ағымы ҙур булған урамдарға ҡуйыла. Ҡалаға ингән, сыҡҡан урамдарға, шулай уҡ микрорайондарға ла урынлаштырыла. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, әлегә 14 видеокамера буласаҡ. Ләкин был һан да бәләкәй түгел.
Шулай итеп юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, уларҙы күҙәтмәгән, машиналарҙа юғары тиҙлектә йөрөргә яратыусыларға көн бөттө. Видеокамералар автомобиль хужаларына ғына ҡағыла тип уйламағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән йәйәүлеләр өсөн дә яуаплылыҡ бар икәнен онотмағыҙ.
Читайте нас: