Һаҡмар
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
5 Август 2019, 17:17

Матурлыҡ өсөн тауыш бир!

Яратҡан ҡалаң өсөн тауыш бир! Уны тағы ла матурыраҡ итергә ярҙам ит! 8 сентябрҙә һайлау участкаһына кил һәм төҙөкләндереү өсөн тауыш бир.


“2020-2024 йылдарҙа заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2019 йылда Баймаҡ ҡалаһында төҙөкләндерә торған йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса рейтинг тауышын биреү

Яратҡан ҡалаң өсөн тауыш бир! Уны тағы ла матурыраҡ итергә ярҙам ит! 8 сентябрҙә һайлау участкаһына кил һәм төҙөкләндереү өсөн тауыш бир.

2019 йылда беҙ заманса уңайлы мөхитте формалаштырыу буйынса муниципаль программаға инәсәк 6 проектты һайларға тейешбеҙ. Һайлау хоҡуғына үҙе менән шәхесте раҫлаусы документы булған 14 йәштән өлкән граждандар эйә.

Рейтинг тауышын биреү түбәндәге һайлау участкаларында үтә: 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәр, 4-се лицей, лицей-интернат, агросәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика колледждары, ЗАГС.

Бюллетендә 6 урын күрһәтеләсәк. Шуларҙың берәүһен һайларға кәрәк буласаҡ. Улар:

- С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында балалар майҙансығы

- С.Юлаев проспектында мәктәп уҡыусылары аллеяһы һәм автотуҡталыш (3-сө мәктәп янында)

- “Көньяҡ” биҫтәһенең Бөрйән урамында парк

- Тыныслыҡ урамында “Балалар” скверы (үҙәк дауахана янында)

- Ленин урамында “Йәш парҙар” скверы (ЗАГС бинаһы тирәләй)

- С.Юлаев проспектында сквер (Хафиз шишмәһе янында)

Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе еткереү, проекттарҙың дизайны менән танышыу өсөн официаль сайтҡа http://gp-baimak.ru/ йәки “Бәйләнештә” төркөмөнә http://vk.com/gpbaimak мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Белешмәләр өсөн телефон: 2-22-49.

Ҡала биләмәһе хакимиәте.
Читайте нас: