Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
25 Ғинуар 2019, 13:17

Һәр мәсьәләгә – етди иғтибар

Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһын төҙөкләндереү, яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу, граждандар өсөн төрлө уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Яңы йылды ла ҡала биләмәһе хакимиәте үҙ алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып башлап ебәрҙе. Шуларҙың иң мөһимдәренә туҡталып үтәйек.

Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу. Һуңғы осорҙа ҡарҙың күпләп яуыуы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларынан, юлды таҙартыу өсөн яуаплы ойошмаларҙан ойошҡанлы эш талап итә. Был осорҙа “РСУ” ЯСЙ-һынан – 6, башҡа ойошмаларҙан 5 берәмек техника ҡала урамдарындағы юлдарҙы таҙартыуҙа эшләне. Бынан тыш, тротуар, подъездар алдын тәртипкә килтереүгә 18 эшсе йәлеп ителде. Ҡала үҙәгендәге скверҙарҙа ла тейешле тәртип булдырылды. Әлбиттә, был тәңгәлдә етешһеҙлектәр бар, әммә улар яйлап хәл ителә.

Берәҙәк эттәр проблемаһы. Был мәсьәләнең һуңғы йылдарҙа киҫкен проблемаға әйләнеүе хәүефкә һала. Граждандарҙан да мөрәжәғәттәр күп. Ҡала биләмәһе хакимиәте уны ыңғай хәл итеү өсөн “Ф.Ғәбиҙуллин” шәхси предприятиеһы менән килешеү төҙөнө. Бөгөн ул ҡала урамдарындағы берәҙәк эттәрҙе тотоу һәм уларҙы махсус приютҡа бикләү менән шөғөлләнә.

Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү. “Водоканал” МУП-ы тарафынан боҙолған һыу колонкалары ваҡытында йүнәтелә, көн һайын махсус бригада ҡала буйлап уларҙы ҡарап-тикшереп сыға. Һуңғы осорҙа ике урында һыу трассаһы ремонтланған.

Подъездарҙа тәртип бармы? Подъездар алдындағы, эсендәге тәртипте, уларҙы яҡтыртыуҙы УКЖФБ даими контролдә тота. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса йылылыҡ режимы ла мәлендә тикшерелә.

Урамдарҙы яҡтыртыу. Ошоғаса был мәсьәлә ҡала биләмәһе хакимиәте тарафынан уңышлы тормошҡа ашырылып килде, быйыл да ул маҡсатлы дауам итә.

Граждандар менән эш. Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте граждандарҙың һәр проблемаһын өйрәнеүгә етди иғтибар бүлә. Мөрәжәғәттәр мәлендә тикшерелә, уларға ваҡытында яуап бирелә. Ҡала биләмәһе башлығы Хәлил Булатов даими рәүештә граждандар менән осрашып, килеп тыуған проблемаларҙы асыҡлауға һәм уларҙы ваҡытында хәл итеүгә етди иғтибар бүлә. Был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Әйткәндәй, ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуһа, ҡала биләмәһе хакимиәте етәкселегенә мөрәжәғәт итә йәки яҙа алаһығыҙ. Улар һеҙҙе һәр саҡ ҡабул итергә әҙер.
Читайте нас: