Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һулышы
25 Ғинуар 2019, 13:54

“Ҡала мөхите” буйынса эш башлана

Баймаҡ ҡалаһы урамдарындағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, барлыҡҡа килгән колеяларҙы бөтөрөү өсөн маҡсатлы эш дауам итә. Бер үк ваҡытта тротуарҙарҙы ла тәртипкә килтереү менән тейешле хеҙмәттәр шөғөлләнә.

Баймаҡ ҡалаһы урамдарындағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, барлыҡҡа килгән колеяларҙы бөтөрөү өсөн маҡсатлы эш дауам итә. Бер үк ваҡытта тротуарҙарҙы ла тәртипкә килтереү менән тейешле хеҙмәттәр шөғөлләнә. Граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса Көньяҡ микрорайонында киҫкен торған торған проблема – берәҙәк эттәрҙе юҡ итеү ҙә яйға һалынды.

Быйыл күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың подъездарын, улар алдындағы майҙансыҡтарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Унда Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте лә әүҙем ҡатнашасаҡ. Әле ремонт талап ителгән подъездар асыҡланып, тейешле проектсмета документацияһы әҙерләнә. Февраль баштарында иһә ҡала биләмәһе хакимиәте “УКЖФБ” йәмғиәте менән берлектә ошо юҫыҡта күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа йәшәүсе граждандар менән йыйылыштар үткәрәсәк.

Быйыл да “Ҡала мөхите” программаһы әүҙем тормошҡа ашырыласаҡ. Ошо маҡсатта С.Юлаев исемендәге проспекттағы яңы скверҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта 1-се мәктәп янында яңы парк барлыҡҡа киләсәк. Ул “Еңеү паркы” исемен ала. Бөгөн ошо тәңгәлдә документтар әҙерләнә.

Урамдарҙы яҡтыртыу быйыл да актуаль мәсьәлә булып тора. Көньяҡ микрорайонын һәм ҡаланың башҡа урамдарын яҡтыртыу буйынса проектсмета документтары экспертизаға тапшырылған. Бер үк ваҡытта “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса ла был мәсьәләне хәл итеүгә ярҙам бүленә.

Халыҡты борсоған иң актуаль проблемаларҙың береһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү мәсьәләһе лә етди контролдә тотола. Гәзиттәрҙә, социаль селтәрҙәрҙә ҡыйҙы йыйыу графигы баҫылды. Быйыл йыл дауамында ҡала урамдарында контейнерҙар ҡуйыласаҡ.

Йыл башынан янғындарҙың күп булыуын иҫәпкә алып, фатирҙарҙа, йорттарҙа янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйыу мотлаҡ һәм был йүнәлештә ҡала хакимиәте маҡсатлы эш алып бара. Шуға ярашлы, күп балалы, ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләр һәм яңғыҙ көн иткән пенсионерҙарға бындай ҡоролмалар бушлай ҡуйыласаҡ. Бының өсөн аҡса бүленгән.
Читайте нас: