Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ырымбур өлкәһе - йыр марафонында

Ырымбур өлкәһе Волга буйының йыр марафонында 14-се булып сығыш яһай. Ырымбурҙарға марафонды Киров өлкәһе тапшырҙы. #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды

Ырымбур өлкәһе Волга буйының йыр марафонында 14-се булып сығыш яһай. Ырымбурҙарға марафонды Киров өлкәһе тапшырҙы.

Бынан теүәл 45 йыл элек Давид Тухманов менән Владимир Харитонов ижад иткән йырҙы Леонид Сметанников башҡарған ине. Тап шул мәлдән алып "Еңеү Көнө" йыры бөйөк байрамдың бөйөк гимнына әүерелә лә инде.

Байрамға ни бары бер көн ҡалғанда беҙгә был йырҙы Ырымбур өлкәһе йырсылары башҡарыуында тыңлайбыҙ был йырҙы. "Еңеү Көнө" йырын беҙгә Ырымбурҙың танылған дәүләт академия рус халыҡ хоры башҡара. Был сығыш Волга буйы федераль округы халыҡтарының "Беҙҙең Еңеү Йыры" йыр марафонының финалы була. Округтың 14 төбәгенең билдәле йырсылары был йырҙы ике аҙна дауамында бер-береһенә тапшыра килде. 14 көн эсендә был йырҙы төрлө коллектив төрлө стилдә, телдә башҡарҙы. Йыр марафоны Мордва республикаһында старт алһа, Ырымбур өлкәһендә тамамланды.

– Беҙ был эстафетаны шатланып ҡабул итәбеҙ. Ырымбур дәүләт рус халыҡ хоры тап ошолай Волга буйы халыҡтарын Еңеү байрамы менән тәбрик итте. Хор менән бергә Давид Тухманов ижад иткән йырҙы башҡарған саҡта мин кисергән хис-тойғолар күңелемдән ташып, урғылып тора. Был иҫ киткес йыр! Унда беҙгә генә хас юлдар бар. Уны башҡаса башҡарыу мөмкин түгел. Йырлаған саҡта халҡың, илең, беҙҙең тыныс киләсәк өсөн көрәшкәндәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Быуындан-быуынға ҡабул итә килгән артистар был йырға ҡарата һаҡсыл ҡарашталар. Коллектив "Еңеү Көнө" йырын 25 йыл дауамында йырлап килә. Һәр артист был йырға күңелен һалып башҡара. Ырымбурҙа был йырҙың тәүге ноталарын башҡарыу менән ҡул сабыуҙар, унан көй менән берләшеп китеүе йолаға әйләнеп өлгөрҙө, – ти коллектив солисы Владимир Решетков.

Бөйөк Еңеүгә Ырымбур өлкәһе лә үҙенең өлөшөн индерҙе. Бөйөк Ватан һуғышына Ырымбурҙан 411 мең һалдат алына. Шуларҙың 187 меңе яу ҡырында мәңгелеккә ятып ҡала. 43 ырымбурлы Дан орденының тулы кавалеры, 235-е Советтар Союзы Геройы исемен ала, 65 меңе "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғыш йылдарында Ырымбур өлкәһенә 90 предприятие эвакуациялана. Ырымбур фронтҡа 1 595 самолет һәм уның меңләгән ҡоролмаларын оҙата. Һуғыш йылдарында бында 240 мең эвакуацияланған кешеләр үҙ йортон таба. 4 йыл эсендә ҡала госпиталенә 28095 яралы һәм сирле эләгә. Ырымбур ере дәүләткә 124 миллион ботлап иген, 6,2 миллион ботлап ит һәм ауыл хужалығы продукцияһын бирә.

- Ырымбур фронтҡа снаряд һәм мина, патрон һәм гранат, самолет һәм бронепоезд оҙата. Ил оборонаһы өсөн орск никеле һәм боғорослан нефте, тәүге ырымбур газы һәм яугирҙар ғүмерен һаҡлап алып ҡалған пенициллин оҙата. "Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!" тигән өндәү бар ырымбурҙар өсөн йәшәү мәғәнәһенә әйләнә ул йылдарҙа, – ти хорҙың артисы Алексей Карев ғорурлыҡ менән.

Волга буйы халыҡтарының йыр эстафетаһы яҙмалары илгә үҙизоляция режимы индерелмәҫ элек, февраль-март айҙарында төшөрөлә. Акцияла Мордва, Марий, Удмурт, Сыуашстан, Башҡортостанһәм Татарстан республикалары, Пермь крайы, Һамар, Нижегород, Саратов, Ульянов, Пенза, Киров, Ырымбур өлкәләре ҡатнашты. Еңеү Көнөдә, 9 майҙа, легендарь йыр бар музыкаль коллективтарҙың бергә йырлауы менән тамамлана.

Яратҡан йырығыҙҙың ролигын телеканалдарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегы менән тыңларға була.

Читайте нас: